+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Май 2021, 08:23

Яҙыусылар форумын ҡаршылап... НОҒМАН МУСИНДЫҢ ҺҮҘ ӘЙТЕҮЕН ҺОРАЙЫҠ

Форум була икән, яҙыусылар йыйыла, фекер алышасаҡтар тигән хәбәр көндән-көн йышыраҡ ишетелә. Уртаға һалып һөйләшер мәсьәләләр күбәйҙе, күптән осрашҡан да юҡ, йыйылышып алайыҡ, тиҙәр күптәр. Йола буйынса форумды асыу, уға йүнәлеш биреү өсөн иң абруйлы аҡһаҡал-яҙыусыға һүҙ бирелә торған. Һуңғы йылдарҙа, әле Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев арабыҙҙа саҡта, кем һүҙ әйтере билдәле ине. Күпселек уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалды.

Яҙыусылар форумын ҡаршылап...
НОҒМАН МУСИНДЫҢ ҺҮҘ ӘЙТЕҮЕН ҺОРАЙЫҠ
Форум була икән, яҙыусылар йыйыла, фекер алышасаҡтар тигән хәбәр көндән-көн йышыраҡ ишетелә. Уртаға һалып һөйләшер мәсьәләләр күбәйҙе, күптән осрашҡан да юҡ, йыйылышып алайыҡ, тиҙәр күптәр. Йола буйынса форумды асыу, уға йүнәлеш биреү өсөн иң абруйлы аҡһаҡал-яҙыусыға һүҙ бирелә торған. Һуңғы йылдарҙа, әле Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев арабыҙҙа саҡта, кем һүҙ әйтере билдәле ине. Күпселек уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалды.
Ә хәҙер был туплаусы бурысты кем атҡарыр? Иң тәүҙә – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың ил хәстәре менән янған уйсан йөҙө, олпат һыны күҙ алдына килде. Аллаға шөкөр, ҡоробоҙҙо тупларлыҡ һүҙ әйтеүсе апайҙарыбыҙ ҙа етерлек – Таңсулпан Ғарипова, Мәрйәм Бураҡаева, Гөлфиә Иҙелбаева һәм башҡалар. Уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға теләүсе ҡәләмдәштәр етерлек.
Шыма ғына бармаҫ йыйыныбыҙ. Һүҙ азатлығына ышыҡланып, буш һүҙ таратыусылар, ижадта ла, тормошта ла уңмағандар, мәкерлеләр һәм кенәселдәр, ауыҙҙарына микрофон эләкһә, яуаплылыҡ тураһында оноторҙар. Түҙемле булайыҡ. Улар ҙа беҙҙең ойошма ағзаһы. Ана берәү элекке һөнәре буйынса бәлки һәйбәт кенә урмансы булғандыр, ләкин бөгөн үҙен яҙыусы итеп күрһәтергә теләй. Етмәһә, үтмәҫ балтаһы менән ойошмабыҙҙың тарихын яңынан яҙмаҡсы. Бының өсөн ул эҙләнеп тормаған, әҙер тарихты алған да, үҙенең сирле фантазияһына буйһондороп, тарихты үҙ ыңғайына ҡормаҡсы. Балта менән тумырып сабыуы ара-тирә ишетелеп ҡала, ләкин фәтеүәһе тойолмай. Сөнки йөҙәр йылдар буйы яҙылған тарихты бер нисә көндә генә ҡырҡып ташлап булмай.
Читайте нас: