Яҙыусылар форумын ҡаршылап...
РАФАЭЛЬ АҘНАҒОЛОВТАН ӨЙРӘНЕГЕҘ
Әҙәби тәнҡит тураһында һүҙ сыҡһа, беҙ һәр ваҡыт ниңәлер иң тәүҙә әҫәрҙең кире яҡтарын һүрәтләгән мәҡәләне күҙ алдына килтерәбеҙ. Ысынында иһә, күпселек тәнҡит мәҡәләләре әҫәрҙең ыңғый яҡтарына, әһәмиәтенә, уның йәмғиәтебеҙҙең тормошона йоғонтоһона һәм башҡа күренештәргә арнала. Ыңғай тәнҡиткә лайыҡ әҫәрҙе ижад итергә лә кәрәк бит әле. Әлбиттә, бындай мәҡәлә яҙыусыны яңы ижадҡа дәртләндерһен, уның күҙен асһын, мөмкинлектәрен киңәйтһен ине. Мин бында, тәнҡит тигән булып, йөҙ йыртышыуҙы, битәрләшеүҙе, ҡараңғынан тороп тибешеүҙе күҙ уңында тотмайым. Тәнкитселәр бар ул беҙҙә. Мәҡәләләр ҙә, китаптар ҙа сыға. Ләкин тәнҡит үҙе юҡ.
Ошо урында һәр әҫәрҙе уҡырға ла, мәҡәләһен яҙырға ла өлгөргән Рафаэль Аҙағолов ағай күҙ алдына килә. Уның тәнҡитенән, йылы һүҙенән, фатихаһынан мәхрүм ҡалған яҙыусы булдымы икән? Рафаэль ағай менән бер һөйләшеп ултырғанда уның емешле ижадының нигеҙе хаҡында һорашҡайным. “Минең һәр башлап яҙыусы әҙипте ижадҡа дәртләндергем, уның әҫәренең бәләкәй генә уңыштарын да ҙур итеп күрһәткем, уға ҡанаттар ҡуйғым килә”, – тип һөйләгәйне. Ниндәй йылы, дәртләндерерлек һәм ышаныс уятырлыҡ һүҙҙәр!
Әгәр тәнҡитселәр үҙҙәренә ҙур яуаплылыҡ алып, кем хаҡында һәм нисек яҙырға, тип баш ватһалар, мин уларға: “Рафаэль Аҙнағоловты уҡығыҙ”, – тип әйтергә теләр инем.