+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Июнь 2021, 16:11

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МАТБУҒАТ ҺӘМ МӘҒЛҮМӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ МЕНӘН!

Был байрам, киләһе дүшәмбе ял көнөнә тура килеү сәбәпле, бөгөн Матбуғат йорто алдындағы майҙанда үткәрелә. Унда республика гәзит һәм журналдары үҙҙәренең уҡыусылары менән осраша, матбуғатҡа яҙылыу ойошторола, байрам концерты күрһәтелә. Интернет беҙҙең көндәлек тормошобоҙға ни тиклем әүҙем үтеп инмәһен, “матбаға” сараларының йәмғиәттә үҙ урыны бар. Сөнки гәзит һәм журналдар ташҡа баҫыла икән, уларҙы уҡыусылар ҙа аҙ түгел. Айырыуса, өлкән йәштәгеләр интернет һымаҡ коммуникация сараларын хәҙер инде үҙләштерә алмаясаҡ. Әлегә ҡағыҙҙа нәшер ителгән баҫмаларҙы ла күпселек өлкән быуын уҡый. Ә уларҙы мәғлүмәт сараларынан мәхрүм итеү һис тә яраған эш түгел. Ә бына баҫма мәғлүмәт сараларына яҙылыусылар бармы һуң? Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитов: – Былтыр булдымы икән, фекерҙәштәр йыйылған ҡорҙа элекке бер коллегам, хәҙер ул гәзит-журналдарҙы кем уҡый, кемгә кәрәк, уларҙы кемдәр алдыра, тигән һүҙҙәр әйтеп ташланы.

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МАТБУҒАТ ҺӘМ МӘҒЛҮМӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ МЕНӘН!
Был байрам, киләһе дүшәмбе ял көнөнә тура килеү сәбәпле, бөгөн Матбуғат йорто алдындағы майҙанда үткәрелә. Унда республика гәзит һәм журналдары үҙҙәренең уҡыусылары менән осраша, матбуғатҡа яҙылыу ойошторола, байрам концерты күрһәтелә.
Интернет беҙҙең көндәлек тормошобоҙға ни тиклем әүҙем үтеп инмәһен, “матбаға” сараларының йәмғиәттә үҙ урыны бар. Сөнки гәзит һәм журналдар ташҡа баҫыла икән, уларҙы уҡыусылар ҙа аҙ түгел. Айырыуса, өлкән йәштәгеләр интернет һымаҡ коммуникация сараларын хәҙер инде үҙләштерә алмаясаҡ. Әлегә ҡағыҙҙа нәшер ителгән баҫмаларҙы ла күпселек өлкән быуын уҡый. Ә уларҙы мәғлүмәт сараларынан мәхрүм итеү һис тә яраған эш түгел. Ә бына баҫма мәғлүмәт сараларына яҙылыусылар бармы һуң?
Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитов:
– Былтыр булдымы икән, фекерҙәштәр йыйылған ҡорҙа элекке бер коллегам, хәҙер ул гәзит-журналдарҙы кем уҡый, кемгә кәрәк, уларҙы кемдәр алдыра, тигән һүҙҙәр әйтеп ташланы. Мин уға ҡаршы төштөм. Мин алдырам, уҡыйым, кәрәк булғандарын йыйып барам, тинем. Эйе, үҙемде башҡортса сыҡҡан гәзит һәм журналдарҙан мәхрүм иткәнем юҡ. Быйыл, мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзитенә, “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Һәнәк” журналдарына яҙылдым. Бынан тыш, Макарҙан Салауат ҡоҙама “Башҡортостан” гәзитен, “Ағиҙел”, “Ватандаш” журналдарын яҙҙырып, бүләк иттем. Эйе, матбуғат ауыр хәлдә, уға ярҙам итергә кәрәк. Быны тик уға яҙылыу ярҙамында ғына эшләп була.
Хеҙмәт ветераны Фидаил Маликов:
– Гәзит-журналдар уҡыу – минең көндәлек эштәремдең береһе. Көн һайын, тип әйтерлек, матбуғат йортона килеп, үҙемә оҡшаған гәзит һәм журналдарҙы алам, уларҙы уҡыйым, иң ҡыҙыҡлыларын ҡорҙаштарыма һөйләйем. Матбуғат сараларында сыҡҡан мәғлүмәттәр аша мин Башҡортостанда, Рәсәйҙә, донъяла барған бөтә ваҡиғаларҙы белеп торам. Бынан тыш, “Ветеран Башкортостана” тигән журнал бар, уны таратыуҙа ла ҡатнашам.
Читайте нас: