+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Июнь 2021, 15:58

ТАМАРА ЮЛДАШЕВА ТЫУҒАН КӨНӨНӘ БҮЛӘК ОТТО!

Республиканың матбуғат һәм мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре байрамының Рәсәй көнө алдынан үткәрелеүе тәрән мәғәнәгә эйә. 4 миллиондан ашыу кеше йәшәгән республикабыҙҙа гәзит һәм журналдар алты телдә – башҡорт, рус, татар, мари, мордва һәм удмурт телдәрендә нәшер ителә. Матбуғат йорто алдындағы байрамса майҙанда, йәйғор биҙәктәре һымаҡ, барлыҡ телдәрҙә лә сыҡҡан матбуғат саралары бер-береһен сәләмләне.

Тантананы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова асты һәм ҡәләм оҫталарына ауыр, яуаплы эштәрендә уңыштар теләне. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова, Башҡортостан Республикаһының “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров үҙҙәренең сығыштарында матбуғаттың тормошобоҙҙа алып торған урыны тураһында һөйләне һәм байрам менән ҡотланы.
Бәләкәй генә майҙанда барыһы ла үҙ мөмкинлектәрен күрһәтте, уҡыусылары менән ихлас аралашты, улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, сират тороп, гәзит-журналдарға яҙылыусылар ҙа күп булды. “Йәшлек”тәр үҙ уҡыусыларын сәй менән ылыҡтырһа, “Аманат”тыҡылар буҙа килтергән, ә “Һәнәк” журналы хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарын ҡымыҙ менән һыйланы. Матбуғат йорто алдында ҡыҙыҡлы концерт булды, аҙаҡ гәзит һәм журналдарға яҙылыусылар араһында отош үткәрелде. Шағирә Тамара Юлдашева бында ла иң даланлыһы булып сыҡты, үҙенең тыуған көнөндә бәләкәй тулҡынлы мейес отто.
Ә беҙҙең биҙәлеш мөхәрриребеҙ Артур Василов “Һәнәк”кә яҙылылған уҡыусыларыбыҙға шарждар төшөрҙө. Уның эргәһенән сират өҙөлмәне.
Читайте нас: