Башҡорт балы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт аты һәм башҡалар – республикабыҙҙың йөҙөн билдәләүсе, заманса әйтһәк, төп брендтар булып тора. Матбуғат байрамына килеүсе ҡунаҡтарыбыҙҙы, әгәр Баймаҡ ҡымыҙы менән һыйлай алмаһаҡ, үҙебеҙҙе уңайһыҙ тойор инек.
“Һәнәк”тең матбуғат таратыу бүлеге мөдире Әсҡәт Сәлихов ике көн буйы Өфө магазиндары буйлап яҡташтары бешеп килтергән Баймаҡ ҡымыҙын эҙләп ҡараны. Ҡайҙа ҡарама – Баймаҡ ҡымыҙы. Тик бөтәһенең дә ҡойолған урыны итеп Баймаҡ түгел, ә Өфө эргәһендәге адрестар күрһәтелгән. Дөрөҫ, Менделеев урамында һәм Аксаков паркында ысын Баймаҡ ҡымыҙы һатыла, имеш, тигән хәбәрҙәр ишетелеп ҡалды, ләкин Әсҡәт Вәрис улы, ҡунаҡтар килгәнсе, йәғни ун бер тулғансы, ҡымыҙҙы таба алманы. Шуға күрә 119-сы Йылҡысылыҡ предприятиеһы етештергән ҡымыҙ менән генә мөрхәтһенергә тура килде. Әйткәндәй, Баймаҡтарҙыҡынан һис тә кәм түгел. Ә теге, Баймаҡтыҡы, тип һатылғандарҙы эсеп ҡараныҡ, ҡымыҙлығын – ҡымыҙ, ләкин ҡылған тәме юҡ.