Кесаҙна үткән матбуғат байрамы үҙенең ҡунаҡтары менән дә таң ҡалдырҙы. 91 йәшлек атаҡлы сатирик, Башҡортостандың хаыҡ шағиры Марат Кәримовтың егеттәр һымаҡ килеп ултырыуын әйт әле! Эргәһенә шунда уҡ йәш ҡыҙҙар, егеттәр йыйылып китте. Хәл белешәләр, автограф алалар, бергәләп фотоға төшәләр.
– Һеҙгә нимә килтерәйек? Һыу? Сәй? Кофе? Ҡымыҙ? Коньяк? – тибеҙ.
– Ошо тәртиптә берәмләп килтерегеҙ, – тип ризалашты ул.
Ярай әле, һыуын, сәйен, ҡымыҙын әҙерләгәйнек. “һәнәк” журналы өҫтәле эргәһендә бергәләп ауыҙ иттек. Марат Нәби улы буш ҡул менән килмәгән, кеҫәһе тулы – көлкөлө шиғырҙар. Тормоштан ситтә ҡалмай “онлайн” йәшәй. 91 йәшлек аҡһаҡалды әле һаман Рәсәй Пенсия фонды йонсота икән. Ҡайҙалыр кемдер сатириктың шиғырҙарын баҫҡан, бер нисә йөҙ тәңкә гонорар түләгән. Һөҙөмтәлә, шағирҙы, эшләйһең, аҡса алаһың, Пенсия фондына зыян килтерәһең, тигән һылтау менән индексациянан мәхрүм иткәндәр. 80 йәштән уҙғандарға, үҙегеҙ беләһегеҙ, социаль хеҙмәткәр беркетелә һәм эш хаҡы түләнә. Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре ҡыуана-ҡыуана ветеранды ҡараусының эш хаҡын тулыһынса ҡырҡҡан. Шулай, Марат ағай, мәңге туймаҫ түрәләрҙе, ҡаҙнаны талаусыларҙы, уғрыларҙы һәм уларҙың оятһыҙлыҡтарын хурлап шиғырҙар яҙыу – еңел, ә уларҙы еңеү еңел түгел. Тимәк, көрәш дауам итә. Марат ағайҙың шиғри күстәнәсе – һеҙҙең иғтибарға.
Байрамда Башҡортостандың ике халыҡ шағиры осрашты. Бер нисә көн элек кенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ шағирҙары – Марат Кәримовты һәм Ҡәҙим Аралбайҙы, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән хеҙмәттәре өсөн, Салауат Юлаев Ордены менән наградланы.
– Йышыраҡ осрашайыҡ, – ти Ҡәҙим Аралбай.
– Киләһе йылға матбуғат байрамына килербеҙ, Аллаһ бойорһа! – ти Марат Кәримов.
Эй, шаша ла һуң был вирус,
Күҙем төшкән ҡыҙға киттем,
– Шунда туҡтал! – тип ҡысҡыра,
Уйлай торғас, тиҙ төшөндөм
Марат Кәримовтың яңы шиғырҙары “Һәнәк” журналында даими донъя күреп тора. Беҙҙең журналға яҙылырға онотманығыҙмы?