Директор:
– Тәьминәтсе, беҙгә был объектта эшләргә, 350-се маркалыны һатып алығыҙ. Тәьминәтсе:
– Абзыҡайым, мин 350-се маркалы бетонға түләйем, уға документтар эшлә, ә һин 300-сөнө килтер, аҡсаһын бүлешербеҙ.
Бетон узелы:
– Технолог, 300-сөгә заказ килде, ләкин ул һәр ваҡыт тиндәр генә түләй, етмәһә, ваҡытында килтермәй йәнгә тейә, уға 250-сене ебәр.
Технолог:
– 200-сө маркалы ғына буласаҡ, сөнки 500 килограмм цементты түрә дачаһына шылдырған.
Бригадир:
– Егеттәр, беҙгә 200-сөнө килтерәсәктәр, экскаватор сүмесенең яртыһы тиклем ҡом менән һыу һалығыҙ!
Төҙөлөштө ҡабул итеүсе инспектор:
– Бинаның ныҡлығы ун тапҡырға арттырылған, аҡсаның 90 процентын ғына сәлдергәндәр. Ныҡлыҡ теп-теүәл, талап ителгәнсә. Бина торасаҡ, ләкин мин уны ришүәт алғас ҡына ҡабул итәсәкмен.