+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Июль 2021, 20:50

Сит илдәрҙә фольклористикаға ниндәй иғтибар бирелә, ниндәй билдәле ғалимдар бар? Уларҙы фольклор ғилеменең ниндәй тармаҡтары ҡыҙыҡһындыра?*

Фольклор белгесе, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге почет билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт инятитутының маҡтаулы академигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре Фәнүзә НӘҘЕРШИНА:   – Бик ҡыҙыҡлы, мәғәнәле һорау. Тулы яуап биреү бик мөмкин дә түгел. Ҡыҫҡаса ғына яуап биргәндә, үҙем эшләгән өлкәләге хеҙмәттәрҙән бер нисәһен телгә алып китәм. Мәҫәлән...

Сит илдәрҙә фольклористикаға ниндәй иғтибар бирелә, ниндәй билдәле ғалимдар бар? Уларҙы фольклор ғилеменең ниндәй тармаҡтары ҡыҙыҡһындыра?*
Сит илдәрҙә фольклористикаға ниндәй иғтибар бирелә, ниндәй билдәле ғалимдар бар? Уларҙы фольклор ғилеменең ниндәй тармаҡтары ҡыҙыҡһындыра?*

Сит илдәрҙә фольклористикаға ниндәй иғтибар бирелә, ниндәй билдәле ғалимдар бар? Уларҙы фольклор ғилеменең ниндәй тармаҡтары ҡыҙыҡһындыра?

 

Фольклор белгесе, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге почет билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт инятитутының маҡтаулы академигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Фәнүзә НӘҘЕРШИНА:

 

– Бик ҡыҙыҡлы, мәғәнәле һорау. Тулы яуап биреү бик мөмкин дә түгел. Ҡыҫҡаса ғына яуап биргәндә, үҙем эшләгән өлкәләге хеҙмәттәрҙән бер нисәһен телгә алып китәм. Мәҫәлән,

афористик жанрҙар тәңгәлендә мәҡәлдәрҙе өйрәнеүҙә ике ҙур йүнәлеш күҙәтелде. Беренсеһе – континенталь Европала һәм Рәсәйҙә мәҡәлдәрҙең структураһын һәм семиотикаһын өйрәнеүселәр (сит илдә – Бриггс, Рогерс, Рәсәйҙә – Пермяков, Левин).

Икенсе йүнәлеш - Бөйөк Британияла һәм АҠШ-та. Ул илдәрҙең ғалимдары, башлыса, мәҡәлдәрҙең коммуникатив (аралашыу) һәм социаль тормоштағы функцияларын өйрәнә

(Мидер, Госсен, Норрик, Крейм). Сит илдә эпосҡа ныҡ ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Альберт Лордтың “Сказитель” тигән монографияһы, төрки халыҡтарының эпосын өйрәнгән

күренекле немец ғалимы Карл Райхлдың “Тюркский эпос: Традиции, формы, поэтическая структура" тигән капиталь хеҙмәте бар. К.Райхл китабының яҙылыу тарихы ҡыҙыҡлы.

Ул 1976 йылда Петербургта (ул ваҡыттағы - Ленинград) В.М. Жирмунскийҙың “Тюркский героический эпос” китабы менән таныша һәм был уның ғилми карьераһына, тикшеренеүҙәренең йүнәлешенә ныҡлы йоғонто яһай. Ғалим Урта Азия республикаларына (Үзбәкстан, Ҡарағалпаҡстан, Ҡырғыҙстан) килә, эпосты өйрәнеүсе күренекле белгестәр

менән таныша. 1981 йылда ҡарағалпаҡ йырауы Жумабай Базаровты осрата, тулы репертуарын яҙып ала. Ул һөйләгән “Эдиге” эпосының версияһы 2007 йылда Финляндияла баҫылып сыға...

*Луиза Кирәеваның “Ағиҙел” журналының 6-сы һанында баҫылған әңгәмәһенән.

Автор:Ильгиз Ишбулатов
Читайте нас: