8 класты тамамлағанда иң ауыр фәндән, математиканан, йонсоп әҙерләнгәнемде хәтерләйем. Хатта төшкә инде. Имеш, имтиханға йыйылғанбыҙ, уҡытыусыбыҙ, Зәйтүнә Закир ҡыҙы, иң тәүҙә белдереү яһаны: “Кем, билет алып, әҙерлекһеҙ имтихан бирергә теләй, рәхим итегеҙ”, – тине. Әхмәтйән һикереп торҙо ла: “Мин әҙерлекһеҙ бирәм!” – тине. Беренсе билетты алды, Пифагор теоремаһы эләкте. Бер ниндәй әҙерлекһеҙ һөйләне лә, үҙенә генә тәғәйенләнгән “5”-лене алып, сығып та китте.
Төшөмдән мине әсәйем айырҙы. Имтиханға йыйылғас, ошо төшөмдө ентекләп һөйләнем. Һабаҡташтар көлөштө. Имтихан да тап шулай башланды. Зәйтүнә апай, теләүселәр бармы, тип һораны, Әхмәтйән һикереп торҙо, әлбиттә, беренсе билетты алды, уныһы – Пифагор теоремаһы ине. Класс, миңә ҡарап, гөр итеп көлөп ебәрҙе!
Һуңғы осрашыуыбыҙҙа класташ менән, әлеге төшөмдө иҫкә төшөрөп, көлөштөк.
Тик класташ үҙен аяманы – уҡыманы, Эшкә йүнсел, тырыш булһа ла, руль артында ултырып ҡалыуҙы өҫтөн күрҙе.
Беҙ әле йәш һәм бәләкәй. Киләсәктә нимә булырын һис тә белмәйбеҙ. Беҙҙең класс мәктәптә аҙаҡ иң көслөләрҙең береһе булып тарихҡа инәсәк. Башҡортостандың ҡайһы мәктәбендә, ниндәй төпкөл ауылында Рәсәй Юғары Судының судьяһы, райондың баш агрономы, хакимиәт башлығы бер класта уҡып сыҡты икән? Ул ваҡытта беҙ был хаҡта белмәй инек.
Һуңғы тапҡыр Әхмәтйәнде мин ауылға 2005 йылдың ғинур аҙаҡтарында, Ғәтиәт класташыбыҙҙы ерләгәндә, алып ҡайтҡайным. Был ваҡытта уны ни эшләптер күптәр таныманы. Минән килеп, шым ғына: “Һин кем менән ҡайттың ул?” – тип һоранылар.
Быйыл һабаҡташтар һаны тағы берәүгә кәмене. Алыҫта, Ямал округында ғүмер буйы йәшәгән Нуриман класташыбыҙ һәләк булды. Хәҙер улар икеһе лә беҙҙең янға ҡайтмаясаҡ. Класташтарҙы һағынып, юҡһынырға ғына ҡала.