+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2021, 21:33

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АЙЫУ УЙЫНСЫҠ ТҮГЕЛ

Бала саҡта өйҙә ниндәйҙер йәнлектәр, януарҙар, кейек ҡоштар йәшәп-йәшәп ала торғайны. Атайыбыҙ һунарсы булып, шундайҙарҙы алып ҡайтып ҡуя ине. Былар етем ҡалған айыу, болан балаһымы, бөркөт балапандарымы, бүре, һеләүһен көсөгө һәм башҡалар ине. Бер айыу балаһы бәләкәй генә көйө килеп инде лә, күмәк балалар араһында өйрәнеп китте. Шешәнән һөт имеҙәбеҙ. Кейек балаһы тиҙ үҫә икән ул. Айыу ҙа йәһәт ҡалҡынды, әле бәләкәй булһа ла, көслө булып сыҡты. Йыш ҡына шешәне талап ала башланы, сәйгә һөт тотоп сыҡҡанды күрһә, килә лә йәбешә. Мәҫәлән, минән, 7-8 йәшлек баланан, банканы тартып уҡ ала алмаһа ла, талашып, һөттө түктерә. Унан тора-бара был һөттөң ҡайҙан килгәнен аңлап алды ла, һыйыр һауғанды ҡойма ярығынан ҡарап, аңдып тора башланы. Унда ла һөжүм итә. Биҙрәгә килеп бер йәбешһә, ысҡындырыуы ауыр. Әсәй, таяҡ тотоп, сығып һелтәнһә, ҡурҡыңҡырай ине, аҙаҡ унан да өркмәй башланы, һуғып тора, ул, барыбер, кәрәген ала. Ахырҙа, айыу балаһын һауын ваҡыттарында мунсаға бикләй башланыҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АЙЫУ УЙЫНСЫҠ ТҮГЕЛ
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АЙЫУ УЙЫНСЫҠ ТҮГЕЛ

Йәй урталарына был айыу ярайһы ҙурайҙы һәм тағы ла көслөрәккә әүерелде. Беҙҙең ҡулдан теләһә ниндәй тәмле нәмәне һыпырып алып ашай, кәнфитте йәшереп кенә имәбеҙ, ҡағыҙын күрһә – бөттө баш, ергә ҡолатып йөрөп, кеҫәләрҙе еҫкәп табып ала. Сәй эскәндә аласыҡҡа инеп, өҫтәлгә үрелергә лә аптырамай ине. Атайымдан ғына ҡурҡты, ул сыбыртҡы алып шартлатһа, ҡасып барып боҫа. Тик атай һәр ваҡыт өйҙә түгел. Бер мәл шундай хәл булды: айыу мине иҫтән яҙҙыра һуҡты. Май икмәк еҫе сыҡһа, ул сыҙамай сыйылдай башлай, сөнки шул майға ҡыҙҙырылған икмәкте ныҡ ярата. Әсәй май икмәк бешереп тора, мин алдымдағы табаҡтан икмәк ашай-ашай һөйләшеп ултырам. Айыу балаһы бер килеп алып китте, ике, өс... Унан, ике аяғына баҫып, үрелде. Мин ҡоштабаҡты төпкәрәк шылдырҙым. Айыу, быны аңғарып, мин ултырған һикегә менде лә, артымдан урап, икмәккә ынтылды. Мин табаҡты өҫтәлдең икенсе башына шылдырҙым. Был мине тағы арттан урап, был яҡҡа сыҡты. Тағы икенсе башҡа шылдырҙым. Шулай дүрт-биш тапҡыр ҡасырғайным табаҡты – упҡынға остом... Айыу балаһы асыуланып китеп һелтәнеп тороп минең елкә төпкә һуҡҡан да ҡуйған икән, өҫтәл аҫтына шыуып төшөп киткәнмен, ул табаҡты тотоп сығып ҡасҡан. Ошо хәлдән һуң әсәй айыуҙы теләһә ҡайҙа итеүҙе талап итте. Уны урманға алып барып ташланылар. Тик ул әллә нисә кире ҡайтты, әллә ниндәй хулиганлыҡтар ҡылды әле. Тауыҡтарҙы туҙҙырҙы, йомортҡаларын урланы, һөт эҙләп һыйырҙарҙы ҡурҡытты, әллә нисә сыбыртҡы осон татыны. Аҙаҡ, өмөт өҙөп, китеп юғалды, урманға эйәләште, күрәһең. Шулай итеп, айыу һәм башҡа бөтөн төрлө ҡырағай кейек тә, уйынсыҡ түгел икәнде белергә яҙҙы.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: