+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Сентябрь 2021, 13:09

ҺАЙЛАУҘАН ҺУҢ ДА ТОРМОШ БАР

Һайлау кампанияларын яҡтыртып, ҡайһы ваҡыт уртаһында ҡайнап, аҙмы-күпме тәжрибә туплаған кеше тип иҫәпләй алам үҙемде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙ, хәҡиҡәт эҙләү, ғәҙеллекте яҡлау буйынса һүҙ сыҡһа, йәнтәслимгә өҫкә сығырға тырышабыҙ.             Совет дәүерендәге һайлау ҡанундарын һағыныусылар әле лә бар. Бер лайыҡлы кандидат һәм бер һайлау округы бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерә ине. Ә бөгөн бөтөп барған ауылдың һәр һайлаусыһы иҫәптә, һәр округ өсөн, бер туғандар үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлай һәм дошманлашыуға барып етә. Ифрат сетерекле бер һайлауҙан һуң, ялыу тикшерергә ҡушҡас, ике көн буйы мәшәҡәтләнергә тура килде.

ҺАЙЛАУҘАН ҺУҢ ДА ТОРМОШ БАР
ҺАЙЛАУҘАН ҺУҢ ДА ТОРМОШ БАР

Утыҙлап ҡына өйҙән торған округта, ни сәбәптәндер, ике бажа бер үк иҫәптә тауыш йыйған. Комиссия ағзалары, һайлауҙы яңынан ойоштороуҙан баш тартыу өсөн, мәсьәләне бер бюллетенде юҡ итеү менән хәл иткән. Ләкиин комиссия ағзалары араһында берәү был хәлде “тишкән”. Мин килгәндә, бажалар тамам дошманлашҡан, хатта бер ғаилә айырылышыу кимәленә еткән ине.

            Аҙаҡ хакимиәт башлығы менән ауыл хәлдәре тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Хакимиәт башлығы ағай (исемен Хәйритдин тип алайыҡ) вазифаһынна ифрат яуаплы ҡарай: “Ошо һайлауҙар үҙәккә үтте, йөрәкте бөтөрҙө! – тип зарланып алды. – Беҙҙә халыҡ әүҙем бит. Ошо һайлауҙары булмаһа, кинәнеп эшләр инем”.

            Бер нисә ай үткәс, Хәйритдин ағайҙар яғына тағы юл төштө. Ағайҙың хәлен һораштым. “Ағайыбыҙ үлеп китте шул, – тине район башлығы. – Һәр бәхәсте йөрәгенә бигерәк ныҡ ҡабул итә торғайны”.

            Баҙап ҡалдым, хатта ҡолағыма, мәрхүмдең, эшләргә була, тик һайлауҙары ғына йонсотто, тигән һүҙҙәре ишетелеп ҡалғандай булды.

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: