Ысынлап та, һайлауҙар – иң күп тауыш йыйыу ярҙамында, власты яулау ҡоралы булып хеҙмәт итә. Тимәк, кемдер власҡа ынтылһа, йәғни еңеүгә өлгәшергә теләһә, мөмкин тиклем әрһеҙерәк ысулдар менән эш итеүҙе мҡсат итеп ҡуя. Әле бына, интернет селтәрҙәрен күҙәтеп ултырам, үҙҙәрен оппозицияла тип атаған көстәр ғәмәлдәге власты нисек кенә тәнҡитләмәй, закон буйынса,бөгөн өгөт-нәсихәт тыйылһа ла. Етмәһә, Рәсәйҙә әле булһа оппозиция ойоша алмай. Бәлки уның барлыҡҡа килеүе өсөн шарттар ҙа юҡтыр. Мәҫәлән, сит ил аҡсаһына эш иткән Навальныйҙың һәм уның кешеләрен оппозиция тип әйтеп буламы? Юҡ, әлбиттә. Сөнки барлыҡ донъяла сит илдәрҙең теге йәки был илдең сәйәси тормошона ҡыҫылыуы ҡәтғи рәүештә тыйыла. Беҙгә иһә, Рәсәйҙә демократия әле йәш, ул яңы үҫешә тип үҙебеҙҙе тынысландырырға ғына ҡала.