+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Сентябрь 2021, 09:55

ҠАЛАС КӘРӘКМЕ, ӘЛЛӘ ҠАМСЫМЫ?

Социологтар күптән һөрән һала, йәшәйештең нигеҙе булған ғаилә институты етди көрсөккә дусар булды һәм киләсәге бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәй. Ирҙәр һәм ҡатындар мөнәсәбәте матдиләшеп кенә ҡалманы, ифрат арзанланды, юғары тойғолар, ҡабатланмаҫ хистәр урынына аҡса килде.

ҠАЛАС КӘРӘКМЕ, ӘЛЛӘ ҠАМСЫМЫ?
ҠАЛАС КӘРӘКМЕ, ӘЛЛӘ ҠАМСЫМЫ?

Ошо урында социализм дәүерендә онотола төшкән, ләкин бөгөн әһәмиәте яңырған “Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар – ҡаласынан ҡан тамыр, йәш ҡуйынында ҡамсы бар – ҡамсыһынан бал тамыр” тигән халыҡ мәҡәле иҫкә төшә. Ни хәл итәһең, баҙарҙы ихтыяж билдәләй. Әгәр һатып алыусы бар икән, “ҡамсы”һы ла, “ҡалас”ы ла етерлек.

Михаил Жванецкий әйтмешләй, тарихҡа инеүе ҡыйын, ә бына уға эләгеү бик еңел. Мәҫәлән, байтаҡ ҡына олигархтарҙың донъяла барлығын беҙ белмәй ҙә ҡалыр инек, әгәр улар үҙҙәренең быға тиклем ғүмер буйы йәшәгән, һыналған, утты-һыуҙы кискән хәләл ефеттәре менән айырылышыу һымаҡ бик үк абруй өҫтәмәгән игелекһеҙ эш менән шөғөлләнә башламаһалар. Улар белә инде, күп һанлы утрауҙарҙы, самолет һәм яхталарҙы Англияның иң затлы биләмәләрендәге йөҙҙәрсә бүлмәле ҡәлғәләрҙе, тиҫтәләрсә миллиард долларҙарҙы бүлешеү еңел түгел. Ләкин һүҙебеҙ улар хаҡында булһа, беҙ был мәҡәләгә тотоноп та тормаҫ инек. Халыҡты ябай кешеләрҙең тормошо, һулышы, тын алышы ҡыҙыҡһындыра. Сөнки улар ҙа ярата, өйләнешә һәм ғаиләләрен тарҡата, имеш. Ә артабан нисек йәшәй һуң улар? Һәр ике никахтың берәүһе тарҡала тип ыңғырашһаҡ та, парлашып йәшәгәндәр һаны йылдан-йыл тотороҡло һаҡлана.

Ошо урында ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың эске донъяһына, әгәр мөмкин булһа, аҡса янсыҡтарына күҙ һалғы килә. Йәшәү кимәле түбәнәйҙе, халыҡ фәҡирләнде, тип зарланһаҡ та, ипотекаға фатир алыусылар һаны яңы рекорд ҡуйҙы, автомобиль, ҡиммәтле көнкүреш тауарҙары һатып алыусылар – тотороҡло рәүештә арта бара.

Социологтар ғәжәпләнә, ғаиләһен ҡалдырған ир-ат үҙенә ҡатын ғына түгел, ә күңеленә йылы эҙләй һәм тиҙерәк йылы түшәккә сумыу мәсьәләһен ҡайғырта. Ә беҙҙең ҡатын-ҡыҙ бындай осраҡта бик сиселеп бармай. Киреһенсә, киләсәк тураһында уйлай. Йәнен-тәнен бирергә әҙер, ә фатир мәсьәләһе нисек? Торлаҡ үҙенекеме, әллә ҡуртымға алынғанмы? Бер яҡтан ҡараһаң, ҡуйынында ҡамсы йылытҡан ир-егет тә, әгәр торлағы булған ир тап килһә, бала бүләк итергә торған гүзәл зат та хаҡлы һымаҡ.

Кем белә, бәлки беҙ, һаман да шул элекке коммунизм йоғонтолары менән йәшәгән халыҡ, урамда һәм күңелдәрҙә капитализм икәнлеген белмәйбеҙ, хатта ҡабул итергә лә теләмәйбеҙҙер. Нисек кенә ауыр булмаһын, ысынбарлыҡҡа күнергә тура киләсәк. Юғиһә, яңы уйын ҡағиҙәләрен ҡабул итергә мәжбүр итәсәктәр. Тормошҡа күпме генә зарланһаҡ та, заман алға атлай, беҙ уға эйәрергә тырышабыҙ, ләкин күпме генә көс һалмайыҡ, маҡсаттар ҡормайыҡ, өлкәндәргә – эйәреүе ҡыйын, ә йәштәр беҙҙе үҙ араларында күрергә теләмәй.

Әгәр ышанмаһағыҙ, танышыу сайттарына ғына күҙ һалығыҙ әле. Дәғүәселәр иҫәбендә күпселек – ҡатын-ҡыҙ һәм улар үҙҙәренең маҡсатын йәшереп тормай. Иғлан биреүселәрҙең 99 проценты, киләсәктә лайыҡлы йәшәү шарттары тәьмин ителгәндә, ил, дәүләт һәм ир-ат алдында үҙҙәренең иң изге бурыстарын үтәргә әҙер. Шулай итеп, һиҙәһегеҙме, гүзәл заттар йәмғиәтебеҙҙең тормошонда ҙурыраҡ урынға дәғүә итә һәм йәмғиәт яҙмышын үҙ ҡулына алырға теләй. Ә был ир-атҡа оҡшаймы һуң? Күпселек ир-ат өндәшмәй. Ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат көрәшенең күпселек осраҡта тәүге төркөм иҫәбенә тамамланыуын күҙ уңында тотһаҡ, быныһы һис тә насар түгел.

Был мәҡәлә кемдәрҙелер кәмһетергә теләп түгел, ә фекер алышырға саҡырып яҙылды. Хатта ҡайһы бер раҫлауҙарҙың дөрөҫ булмауы ла ихтимал. Ләкин шуныһы хаҡ: беҙгә лә яңы шарттарҙа йәшәргә өйрәнергә, яңы уйын ҡағиҙәләрен ҡабул итергә кәрәк. Юғиһә, ҡалас һәм ҡамсыны ир-егеттәрҙең түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡуйынынан эҙләргә тура киләсәк.

Автор:Р. Ғәлимов
Читайте нас: