Һандыҡ артынан ҡатыны ла ҡайтып китәлер, күрәһең.
Ә бына һандыҡты нисек алып ҡайтҡанын береһе лә күрмәй. Уныһын ир ҡараңғыла башҡаралыр. Ғәрләнәлер, ғорурлығын һаҡлап ҡалырға теләйҙер инде. Ишеге алдында ҡатыны күренә башлағас, уларҙың ярашҡанын аңлайһың. Әммә тағы ла талаштылармы, тағы ла шул һандыҡҡа көс төшә, уны әлеге тракторға бәйләп урам буйлап елдертәләр. Әммә бер ваҡыт был хәл туҡтай. Күрше-тирәләр ҡатындың атаһынан һорайҙар икән, кейәүегеҙ аҡылға ултырҙы, ахыры, һандыҡ ташып йөрөмәй башланы, тиҙәр икән. Ҡарт иһә уларға былай тип яуаплай:
– Мин уға: “Был һандыҡты имәндән эшләнем мин, һиңә генә бирешмәй ул, һинән һуң килер иргә лә түҙер әле. Минең ҡыҙ ҙа ныҡ, һандыҡ та ныҡ” тинем. Шунан һуң баҫылды...