-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Октябрь 2021, 07:49

НИСӘ СӘСКӘ БИРЕРГӘ?

Элегерәк беҙҙең халыҡта ниндәй осраҡта нисә сәскә бүләк итергә тигән төшөнсә булманы. Сәскәне туғайҙан күпме кәрәк шулай йыйҙы ла бирҙеләр. Унан, яйлап, башҡа халыҡтарҙағы сәскә бүләк итеү тәртиптәре килеп инде. Мәҫәлән, таҡ йәки йоп һандарҙағы.

НИСӘ СӘСКӘ БИРЕРГӘ?
НИСӘ СӘСКӘ БИРЕРГӘ?

Бер ағай кеше, бәләкәй ҡала урамдарында ҡәнәферҙәр һатыла башлағанда ла әле сәскәне ниндәйҙер һан тәртиптәрендә биргәндәрен белмәгән. Ғәйеп тә түгел, уны ҡайһылар бөгөн дә белмәй.

Шул ағай 8 март көнө ҡайҙандыр ҡайтып барһа, күрә -  ир-егет сәскәгә сиратҡа теҙелгән, ти. Был да осҡа баҫҡан хәҙер, көтөп-көтөп өс ҡәнәферҙе ҡулына төшөргән. Барыһына ла етһен өсөн өсәр генәнән һаталар икән.

Сәскәһен тотоп ғорур ғына ҡайтып барһа, юлында бер туған еңгәһе осраған. Еңгәһе сәскәләргә шундай ымһынып ҡараған, ти, һәм беҙҙең герой, уны бик йәлләп, бер сәскәһен тоттороп киткән. Һәм өйөнә ҡайтып ингән ике ҡәнәфер менән. Уларҙы вазаға ҡуйып, өҫтәлгә ултыртҡан. Ҡатыны күргән дә... киткән үпкәләп. Ағай аңламай икән: сәскәгә кеше ҡыуанырға тейеш, ә ул, шашҡан ҡатын, үсегеп тора. Әрләшеп китә былар. Әйтешә торғас саҡ асыҡлана, ҡатыны сәскә өсөн түгел, ә сәскәләрҙең икәү генә булғаны өсөн асыулана икән. Шунда ағай тағы аптырай: “Һин уларҙың өсәү булырға тейешлеген ҡайҙан белдең?”  –  ти икән. Шулай була уның сәскәләргә бәйле беренсе дәресе.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: