+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Октябрь 2021, 11:31

КӘРТӘ АРТЫНДА НИҘӘР БАР? ЙӘКИ НИСЕК ҠЫШЛАНЫҒЫҘ, ЙӘЙЛӘҮҘӘШТӘР?

Үҙебеҙ йәшәгән дәүерҙән алып алыҫтарға, быуаттар төпкөлөнә күҙ һалам да, үҙемсә боронғо ата-бабаларыбыҙ нисек йәшәнеләр икән, тип баш ватам. Уралда ҡыштар һыуыҡ һәм оҙаҡ, тимәк, кейемдәр ҙә ҡалын кәрәк. Ҡышлаған йортоң йылы булһын өсөн утын еткерә алдылармы икән? Тамаҡ туҡлығы ла әһәмиәткә эйә. Интернет киңлектәрендә ошо фото килеп юлыҡты һәм һорауҙарыма яуаптарҙы уның мөйөштәренән эҙләй башланым. Әйҙәгеҙ, бергәләп ХIХ быуат аҙағына сәйәхәт ҡылып ҡарайыҡ әле. Беҙҙең ауылдаштар нисек ҡышланы икән? Һүрәттәге кешеләрҙең ҡиәфәттәре тап беҙҙең ауылдыҡы һымаҡ. Анау тау һырттары ла ауылдың эргәһендә генә башлана. Иғтибарлап артҡы пландағы тауҙа утлаған аттарҙы күрәһегеҙме? Юҡмы ни? Мин – күрәм. Күп улар, өйөр-өйөр йөрөйҙәр. Ә күренмәгәндәре, кадр артында булғандары күпме?

КӘРТӘ АРТЫНДА НИҘӘР БАР?  ЙӘКИ НИСЕК ҠЫШЛАНЫҒЫҘ, ЙӘЙЛӘҮҘӘШТӘР?
КӘРТӘ АРТЫНДА НИҘӘР БАР? ЙӘКИ НИСЕК ҠЫШЛАНЫҒЫҘ, ЙӘЙЛӘҮҘӘШТӘР?

Май аҙаҡтары, ағастар япраҡ яра, ҙур ғына ғаилә йәйләүгә сыҡҡан. Килеп урынлашып өлгөрмәйҙәр, барыһын ҡыуандырып, һыйырҙар быҙаулай. Йомарлам ҡорот тал-сыбыҡтан эшләнгән киптергескә һалынған. Әлегә 12-14 баш күренә. Көҙгә тиклем улар байтаҡ йыйыласаҡ. Ҡыш тураһында ла уйларға кәрәк бит.

Һул яҡтан башлайбыҙ. Ҙур ғына биләмә кәртәләп алынған. Аласыҡтың һул яғында, аҫта, дуғалар, тәгәрмәстәр, тәртәләр, сана табандары күренә. Аласыҡ тулыһынса йүкә ҡайырынан тора тип аңларға кәрәк. Тимәк, йәйләү йылға буйында урынлашҡан. Ә йүкә торлаҡ төҙөлөшө өсөн (хәҙерге гәзитсә әйтһәк) иң арзанлы, таралған һәм эшкәртеүгә йәтеш материал. Аласыҡтың уң яғында, артҡы планда,  өйөлөп, йүкә ҡайырыһы ята. Уны һалабаш һалырға, йәки яңы аласыҡ өсөн әҙерләүҙәре бик ихтимал. Аласыҡтарҙың мөйөшөндәге осло һөңгөләргә иғтибар итегеҙ. Улар биҙәү өсөн генә ҡуйылмағандыр. Эргәлә генә мул һыулы йылға, тын кистәрҙә сыраҡҡа төшөргә мөмкин. Ғаилә өсөн балыҡсылыҡ ҙур әһәмиәткә эйәлер, тип фараз итәм. Ана, йөҙөп йөрөй, сәнсеп алаһың да, таҙартаһың да, бешереп ашарға ла мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе тап ошо мәлдә балыҡ таҙартыу менән мәшғүл. Ә уның артында һөйәлеп торған, ҡабыҡтан эшләнгән, ауҙар ҙа балыҡ тотоу өсөн тәғәйенләнгәндер тип уйлайым. Ғаиләнең хәлле булыуы хаҡында һөйләүсе миҫалдар етерлек. Һулаҡайҙа – ҡомған, тимәк, санитар-гигиена талаптары теүәл үтәлә. Ҡомған эргәһендә – ҡымыҙ гөбөһө (көбө), самауыр, таштан ҡоролған өс таған өҫтөндә – ҡаҙан. Эргәлә шулай уҡ бер нисә күнәк күренә. Самауырға иғтибар итмәй ҡалмағыҙ. Ундай самауырҙар хәҙер 35-40 меңгә һатыла. Буйтым тотонолған “етеле” автомобилен ошо аҡсаға һатып алырға мөмкин.

Хәҙер үҙебеҙҙең йәйләүгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Бында һигеҙ кеше һүрәтләнгән. Ыбыр-сыбыр бала-сағаның эстә йоҡлап ятыуы һәм уларҙың байтаҡ булыуы бик ихтимал. Бәләкәй балалар эргәһендә ғаиләнең йәшәү сығанағы һәм кәсептәренең береһе – һунарсылыҡ хаҡында һөйләүсе дәлил – тиреләр ята. Йәнлек тиреләре иләү өсөн әҙерләнгән. Хәҙер ғаилә ағзаларының социаль хәленә асыҡлыҡ индерергә тырышайыҡ. Өлкәндәр алтау күренә. Һулаҡайҙа ултырған ҡатын һәм уның эргәһендә баҫып торған ир – бер ғаилә, тип аңлайбыҙ. Самауыр ҡайнатып тороусы ханым бәлки һулаҡайҙа тороусы ирҙең ҡатынылыр. Ә апай ейәненән һурпалы тәгәс алып тороусы олатайҙың әбейелер. Олатай эргәһендә ултырған егет анау балыҡ таҙартып ултырыусы һылыуға өйләнмәнеме икән? Хәҙер ялбыр башҡа иғтибар итегеҙ. Һаҡалы былай затлы ғына күренә. Кейем-һалымдарына иғтибар итегеҙ. Һәр береһе, үҙенең урынына һәм статусына ярашлы, кейенгән. Әлбиттә, киндер икәнлеге күренеп тора. Ҡатыраҡтыр. Ләкин ныҡ һәм сыҙамлы. Ә ҡыштарын – йылы.

Бына шундай итеп күрҙек беҙ, дөрөҫөрәге, фаразланыҡ боронғо ата-бабаларыбыҙҙың тормошон.

Дөйөм һығымта: хатта хәҙерге күҙлектән ҡарағанда ла, беҙгә ҡалһа, насар йәшәмәгәндәр.

Ә һеҙ нимәләр күрәһегеҙ?

 

Фото: berdskasloboda.ru

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: