+13 °С
Болотло
– Һеҙҙең улығыҙ башҡортса плохо говорит, – ти.
– Өйрәтәбеҙ, – тигән булам.
– Аҙ өйрәтәһегеҙ, значит. Бер һүҙҙе – башҡортса, икенсеһен русса итеп говорит итеп тик йөрөй.
– Беҙ өйҙә башҡортса ғына һөйләшергә тырышабыҙ.
– Урамда шулай разговаривают, тимәк. Баланы постоянно учить итергә кәрәк.
– Ярай, тырышырбыҙ, – тим, кесеклекле итеп.
– Тырышығыҙ инде, – ти, тәрбиәсе, – Юғиһә, бында килеп башҡа балаларҙың телен портят, туған телдәрен не знающие.