Бер көнө ҡыҙым менән балалар баҡсаһынан ҡайтып киләбеҙ.
– Әсәй, беҙҙе садикта әрләйҙәр.
– Нимә тип?
– Башҡортса һөйләшегеҙ, тип...
– Дөрөҫ әрләйҙәр. Башҡортса һөйләшегеҙ.
– ...
Бер аҙ тынлыҡтан һуң тағы һорай:
– Әсәй, ә беҙ һинең менән нимәсә һөйләшәбеҙ?
– Башҡортса!
– ...
Йәнә тынлыҡ. Бер аҙ уйланып барғас, былай ти:
– Ә мин садикта ла шулай һөйләшәм ул.
– Тимәк, һине түгел, башҡаларҙы әрләйҙәр, борсолма.
Әлегә туған теленән башҡаны белмәгән бала нисек итергә белмәй, ахыры.
Күршеләрҙең ҡыҙы минең ҡыҙымдың тиҫтере. Бергә уйнайҙар. Береһе – русса, икенсеһе башҡортса һөйләшә. Бер көн бәләкәс күршем һорай:
– Тетя Резеда, а Нурия на каком языке разговаривает?
– На башкирском.
Шулсаҡ күршекәйем, башын эйеп, кәйефһеҙләнеп ките лә:
– Эх, а я никаких языков не знаю, – ти.
– Как? Ты же знаешь русский язык, – тим тегегә.
– Неееет, я на обычном языке разговариваю, – тигән булла кәйефһеҙ генә.
(Резеда Валиева, Сибай ҡалаһы.)
Улымды урамдан өйгә килеп ингәндә ишек төбөндә “Урыҫ телен тышта төкөрөп ҡалдыр” тип төкөрөтөп өйрәткәнмен. Йәнәһе, уйын формаһында, балаға аңлайышлыраҡ булһын - өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ. Ул был ғәҙәткә күнегеп киткән, ҡайһы саҡ русса һүҙҙәре сығып киткәндә, “Ах! Төкөрөп бөтөлмәгән бит!” йүгереп барып төкөрөп килә.
Бер көн ҡунаҡтар килгәйне, араһында урыҫтарҙың шундай уҡ ҡыҙы бар. Балалар уйнап китте. Бер аҙ ваҡыттан был ҡыҙҙың әсәһе яныма килде.
– Улығыҙ ҡыҙымды ишек төбөнән үткәрмәй аптырата бит, – ти.
– Бәтәс, улым ни эшләйһең? – тип шелтәләйем.
– Төкөртәм! Тик уның урыссаһы ныҡ күп эсендә, күпме төкөрһә лә бөтмәй ҙә бөтмәй, - тимәһенме.
Ҡунаҡтар ҡайтҡас көлөштөк. Улыма урыҫтың урыҫсаһы ҡоҫһа ла бөтмәйәсәк, икәнде аңлаттым.
(Зифа Толомбаева, Өфө ҡалаһы.)
Бәләкәй ҡыҙым балалар баҡсаһында концертта ҡатнашты. Башҡорт милли кейемендә бейенеләр. “Әсәй, ҡара, мин башҡорт!” тип бик шатланып йөрөнө. Ҡайтҡас күлдәкте систереп булмай хәҙер. Әүрәтеп саҡ систерҙек. Күлдәкте сисеп элде лә, уға (күлдәккә) әйтә:
– Ярай, мин пока башҡорт булмай торам инде. Просто Айзилә генә булам.
(Рәйфә Бүләкова, Ейәнсура районы.)
Башланғыс мәктәптә уҡыған улымдың класында ла башҡорт телен уҡыу һәм уҡымау хаҡында бәхәстәр ҡубып тора. Класта башҡортса аңламаған башҡорт балалары бар. Улым ҡайтып шул хаҡта һөйләй.
– Данил “башҡортса уҡымайыҡ” тип әйтә ине, беҙ уны ҡурҡыттыҡ.
– Нимә тип ҡурҡыттығыҙ?
– Башҡортостанда башҡортса уҡығың килмәгәс, һиңә Урыҫстанға күсеп китергә тура килә, тип.
– Ҡурҡтымы һуң?
– Эйе. Урыҫстанға барырға беҙҙең аҡсабыҙ юҡ, тине. Шуға башҡортса уҡыйым тине.
Йәй көнө ҡартәсәйҙә төрлө яҡтан ейәндәр йыйыла. Йәй буйы уларҙың теле башҡортсаға йышыла. Башҡорт көнө билдәләп уйнарға ла яраталар. Мәҫәлән, кемдәр көнө буйына русса һүҙ ҡыҫтырмай һөйләшә, шуларға шоколад йәки башҡа тәмлекәс бирелә. Сургуттан килгән Азат күп осраҡта кәнфитһеҙ ҡала. Шулай ҙа бирешмәй:
– Кәнфитһеҙ булһа ла, мин дә башҡорт! – тип ҡысҡыра.
(Әлиә Рафиҡова, Баймаҡ ҡалаһы.)