+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ноябрь 2021, 16:07

Юлъяҙмалар ҮЗБӘКСТАН КӨНДӘЛЕГЕ ТИКШЕРЕҮ

Сит илгә сығырға торам. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр. Ҡалын быяла артындағы бүлмәһендә, компьютерлы эш өҫтәле артында, паспорт тәртибе хеҙмәткәре ултыра, миңә төрлө һорауҙар бирә. Быяланың был яғында тороп, ҡайҙа барыуым, ниндәй маҡсат менән йөрөүем тураһында ҡабаланмай ғына һөйләп бирҙем. Бик ихлас тыңланы хеҙмәткәр, яҙып та алды. Ул яҙған арала, тоттом да, шиғыр уҡый башланым:– У лукоморья дуб зелёный;Златая цепь на дубе том:И днём и ночью кот учёныйВсё ходит по цепи кругом... – ҡалғанын оноттом.

Юлъяҙмалар ҮЗБӘКСТАН КӨНДӘЛЕГЕ ТИКШЕРЕҮ
Юлъяҙмалар ҮЗБӘКСТАН КӨНДӘЛЕГЕ ТИКШЕРЕҮ

Хеҙмәткәр өҙөлөп ҡалған шиғыр юлдарын дауам итте:

– Идет направо – песнь заводит,

Налево – сказку говорит... – Сәйер, ҡалғаны минең дә баштан сығып осто, – тине ул. – Минең эшләү дәүеремдә был урында шиғыр уҡығандары юҡ ине әле! Һеҙ – шундай тәүге кеше!..

Сәйер ҡылығымды аңлата һалдым:

– Һеҙҙең аэропортығыҙҙың исеме бөйөк шағир Александр Сергеевич Пушкин исемен йөрөтә... Ә мин Өфөнән – Мостай Кәрим аэропортынан осоп килдем...

– Беләбеҙ, әҙәбиәтте уҡыйбыҙ! – тине хәрби...

Бик йылы хушлаштыҡ. Йәш кешенең, айырыуса, погонлы кешенең әҙәбиәткә, мәҙәниәткә битараф булмауы күңелде күтәрҙе.

ҮЗБӘКМЕ ҺЕҘ?
Был һынауҙы уңышлы үтеүемә ҡыуанып, мәрмәр иҙәнле коридор буйлап атлайым. Ҡаршымдан, ниндәйҙер ят телдә гәпләшеп, оло ғына йәштәрҙәге ике кеше – ир менән ҡатын – үтеп китте. Ниһайәт, күмәк кеше араһына килеп сыҡтым. Шереметьев аэропорты бинаһы майҙаны  Өфө аэровокзалыныҡынан 28 тапҡырға ҙур, ти интернет. Бында һин дә мин магазиндар бар икән! Сувенирҙар, спиртлы шыйыҡсалар, һуттар, һыуҙар... Хаҡтары – ат хаҡы! Түбәнән һалынып төшөп торған күрһәткестәргә ҡарап, үҙемдең самолетҡа сығыу урынын эҙләп киттем. Рәт-рәт булып теҙеп ултыртылған ултырғыстарҙың бер нисәүһендә ап-аҡтан кейенгән көрән тәнле көньяҡ кешеләре урын алған. Эргәләрендә генә әллә испандар, әллә Латин Америкаһы кешеләре... Беҙҙең ил ағай-энеһе һирәк инде әллә? Ә, ана бер егет лавка  артында ҡәһүә әҙерләй. Сәйе лә бар икән. Ҡана, бынан сәй яһатып, үҙем менән Өфөнән алып килгән бәлеште ашайым. Асыҡтырған. Ана – ҡул йыуыу урыны. Эргәһендә йыйыштырыусы ҡатын тора. Уның менән һаулыҡ һораштым. Ул һаулығымды алды.
– Үзбәкме һеҙ? – тип үҙҙәренсә һораны.
– Башҡортмон! – тип йылмайҙым.

Йәш ҡатын башҡорттарҙы тәүгә осрата икән. Уралды ла, Башҡортостанды ла белмәй булып сыҡты. Өфөнө генә ишеткәне бар, имеш.
– Һеҙҙе үзбәк тип уйланым. Ныҡ оҡшағанһығыҙ! – ти ихлас йылмайып.
– Ә мин һеҙҙең илгә осорға торам! Ургенч ҡалаһына.
– Хәрәзымғамы?
– Эйе, Хиваға. – Мин барыр Хива ҡалаһының боронғо атамаһы Хорезм икәнлеген интернеттан кисә генә уҡып белгәйнем. Белемем менән маһайырға ла өлгөрҙөм. – Эйе, Хорезмға! Хива тип батша Рәсәйе ҡушҡан шикелле.

Үзбәкстандан Мәскәүгә килеп эшләүсе мөләйем ҡатын, ғәфү итегеҙ, миңә китергә кәрәк, тип ары үтте.

ЭКРАНДА – БАШҠОРТ ҠЫҘЫ
Теге ҡәһүә лавкаһындағы йәш егеттән сәй һораным. Һөтө булмай сыҡты. Шәкәре бар, ярай. Бер көрөшкә сәйҙең хаҡы Өфөләге Матбуғат йортондағы мул ғына бер төшкө аш хаҡына бәрәбәр булып сыҡты. Тәмләп эстем был сәйҙе, тамсыһын да ҡалдырманым. Бәлеш тә бөттө. Өйҙәгеләргә шылтыратып, хәл-әхүәл һораштым, үҙемдең мажараларҙы һөйләп алдым. Ҡатыным, зирәк аҡыллы кеше, ер аяғы-ер башына бер үҙемде ебәрҙе бит әле. Унан фатиха булмаһа, сыҡтың, ти, сит илеңә. Мине видео аша күреп, ҡыҙым да, улым да ҡыуанды.

Яҡындарыма аэропорт күренештәрен күрһәткән саҡта оҙон дүрткел колонналарға ҡуйылған йоҡа экрандарҙа, башҡа милләт ҡыҙҙары менән бер ҡатарҙа, башҡорт ҡыҙын да күрһәтеүҙәрен күреп ҡалдым. Сит ерҙә бер танышымды осратҡан һымаҡ ҡыуандым. Милли кейемдәге ҡыҙ йылмайып, бер өйөрөлөүе була, стюардессаға әйләнә.
“Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле. Бер телдән дә телем кәм түгел!” – Ниңәлер ошо юлдар телемә килә. Ҙур Рәсәйҙә беҙҙең милләттең дә, башҡалар кеүек үк, үҙ йөҙө, үҙ урыны бар. Шереметьев аэропортында быны аңлауҙары ҡыуандырҙы.

“УРГЕНЧҠАМЫ?..”
Һауа автобусына ( “Эйрбас” тап шулай тәржемә ителә) ултыртыу башланыуға шаҡтай ғына ваҡыт бар. Кәрәкле сығыу урынын таптым да, буш урынға урынлаштым.

Кешеләр бәләкәй-бәләкәй төркөмдәргә ойошҡан. Ҡыҙыҡ. Бер-береһен беләләрме икән?

Үҙ эштәрем менән мәшғүл булып, ара-тирә күршеләремдең хәбәренә ҡолаҡ һалып, бер килке ултырҙым. Машинаға ултырып, таш иҙәнде шыялап йыуып йөрөгән еренән, ҡуңыр йөҙлө бер хеҙмәткәр, күршемә нимәлер тип өндәште. “Ургенчҡамы?” тигән һорауын ғына асыҡ ишеттем.

Хеҙмәткәр үҙ юлы менән китте, ә күршеләрем, нимәлер һөйләшә-һөйләшә, тиҙ генә йыйынды ла, ял иткән урындарынан тороп, ҡайҙалыр китә башланы. Уларға башҡалар эйәрҙе. Мин аптырап ҡалдым: рейсты күсерҙеләрме икән. Ни булды? Әллә самолетты тотҡарланылармы, йәки сығыу урынын үҙгәрттеләрме? Егеттән һорарға кәрәк! Артынан киттем. Төркөм артынан барыуҙан да уңайһыҙ ғәмәл юҡтыр. Улар үҙ-ара һөйләшә, ә һин уларҙың араһына ҡыҫтырылып, һүҙҙәрен бүлдерергә тейеш булып сығаһың.
– Һеҙгә бер хеҙмәткәр килеп, нимәлер әйтте, ни тине? – тип егеттән русса һораным.
Уның яуабы көттөрмәне:
– Ургенчҡа сығыу урыны үҙгәргән, – тине ул. – 136-нан 128-гә барырға кәрәк
Әйләнеп ҡараһам, бая беҙҙең тирәлә ултырған барлыҡ халыҡ беҙҙең менән икенсе яҡҡа йүнәлгән.
– Рәхмәт, дуҫ! – тинем башҡортсалап, юлдашыма. Ул ризалығын белдерҙе. Кәрәкле ишек алдында оҙаҡ көттөк. Бер сәғәт самаһы булғанбыҙҙыр. Сәғәт телдәре кәрәкле урынға еткәс, сығыу урынының үҙгәреүе тураһында тауыш көсәйткестәрҙән иғлан иттеләр. Беҙҙең янға тағы ла күберәк халыҡ йыйылып китте бер заман! Һуңыраҡ килгәндәр араһында минең һымаҡ сит ил кешеләре лә бар ине. Үзбәктәрҙең зирәклеге һәм берҙәмлеге һоҡландырҙы.

 

Дауамы бар.

Илгиз ИШБУЛАТОВ

Автор:Ильгиз Ишбулатов
Читайте нас: