+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Ноябрь 2021, 12:38

Юлъяҙмалар Үзбәкстан көндәлеге Һауала

Самолетҡа ултырттылар. Барыһы ла алға йомолдо, көслөләр, етеҙҙәр һәм әрһеҙҙәр алдараҡ өлгөрҙө. 20-25 йәшлек егеттәр, ә улар пассажирҙар араһында күп ине, салонға иң алда үтте һәм был осраҡта уларҙы ғәйепләп тә булмай, үҙҙәренең дөрт мөйөшлө юл сумкаларын багаж һала торған кәштәләргә тултырып та ҡуйҙы.

Юлъяҙмалар Үзбәкстан көндәлеге  Һауала
Юлъяҙмалар Үзбәкстан көндәлеге Һауала

Аҙағыраҡ инеүселәрҙең дә сумкалары ҙур булыу сәбәпле, ҡайһы берәүҙәрҙекенә кәштәләрҙә урындар етмәй ҡалды. Ундайҙарға стюардессалар ярҙам итте. Мин, сит кеше булараҡ, әрһеҙләшмәнем. Этешеп-төртөшөп алға ынтылыу миңә бик үк хас та түгел шикелле. Урыныма килеп еттем. Ике егет үҙ урындарында тыныс ҡына ултыра, аҫып йөрөтмәле сумкамды, рюкзагымды, өҫкә һалыу ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Үҙемдең урыныма - иллюминатор эргәһендәге ултырғысҡа - үттем. Күршеләремдең үҙемә яҡыныраҡ ултырғаны менән юл буйы әңгәмәләшеп килдек. Исеме Бекзод икән. Ырымбур өлкәһендә “частник”та эшләй. Йорттар төҙөй. Балта оҫтаһы ла, ташсы ла - ҡулдары алтын, бер һүҙ менән әйткәндә. Хиваға ҡатынына, ике балаһына ҡайтып бара.
“Һеҙҙең илдә аҡсаны һәйбәт түләйҙәр, - тине ул бер ваҡыт. - Һеҙҙә биш йыл эшләп ҡайтһаң, ғүмереңдең ахырына тиклем Үзбәкстанда ҡытлыҡ күрмәй, хәлле йәшәргә була. Ә ун йыл эшләһәң, үҙ эшеңде асып, байҙар рәтенә баҫаһың”.
Әрме хеҙмәте тураһында һүҙ сыҡҡас, Бекзод:
Беҙҙә лә һеҙҙәге һымаҡ бер йыл хеҙмәт итеү лазым, - тине. - Тағы бер айлыҡ саҡырыуҙар ҙа булып тора.
Һин әрмелә булдыңмы?
Эйе, бер ай булдым.
Мобилизациямы?
Ундай һүҙҙе белмәйем, мин мәктәптән һуң уҡыманым.
Ул бер айлыҡ хеҙмәт оҡшанымы?
Ауырлыҡтарға беҙ өйррәнгәнбеҙ, әрмелә ауыр булманы.
Ә бер йыл хеҙмәт иткәндәр срочниктармы, әллә контрактниктармы?
Аңламаным, - тине Бекзод уңаһыҙланып.
Һалдаттар аҡсаға хеҙмәт итәме, әллә бушлаймы?
Беҙ дәүләткә үҙебеҙ аҡса түләйбеҙ.
Оһо! Әрмегә барып ҡайтыу өсөн аҡса түләйһегеҙме?
Эйе, - Бекзод моңһоу йылмайҙы.
Ә беҙҙең илдә, киреһенсә, әрменән ҡалыу өсөн, ҡайһы берәүҙәр түрә-ҡараға аҡса түләй. - Минең ярым-шаяртыуҙан, Бекзод күңелле итеп көлөп ебәрҙе.
Сәфәрҙән ҡайтҡас, Үзбәкстанда әрмегә саҡырыу тәртибе тураһында интернетан уҡып шуны белдем: бер ай хеҙмәт итеү өсөн дәүләткә иғәнә биреү ҡаралған икән уларҙа. Бер айлыҡ мобилизацияға һәр төбәктән күпмелер кеше саҡырыла икән. Беҙҙә лә бар бит ундай тәртип. Юғары баш командующий, шундай саралар иғлан итеп, ирҙәрҙе, улдарҙың ғаиләләрен ҡуҙғытып ала.
Бәләкәй инем, бер көн атайҙы конторға саҡырттылар. Сала-сарпы килеп еткән хәбәрҙәр буйынса, уларҙы һуғышҡа алып китәләр икән, тигән шомло хәбәр таралды. Әсәй, атайға эйәртеп, мине лә ебәрҙе. Оҙатып ҡалырға. Үҙе бәләкәй һеңлем менән өйҙә ҡалды. Ул көн бала сағымдағы иң хәсрәтле көндәрҙең береһе булып иҫтә ҡалған. Атайым, әрменән сержант дәрәжәһендә ҡайтҡан кеше, хәкимиәт йортонда, үҙе һымаҡ ағайҙар менән әрме хәтирәләренә бирелеп, кискә тиклем ултырҙы ла, “отбой тревоге!” тигән бойороҡ килгәс, өйҙәренә таралышты. Сәғит ағайымдың һүҙҙәре иҫтә уйылып ҡалған: “Беҙҙә “бабайлыҡ” булманы!” Атайҙар был хәлгә аптыраштымы, юҡмы, белмәйем, ә мин, әрмелә “бабайлыҡ” бар тигән шөбһәле хәбәрҙе күңелендә күптән йөрөткән малай: “Улай ҙа була икән Рәсәй армияһында!” - тип ғәжәпкә ҡалғайным.
Быларҙы Бекзодҡа һөйләп тормаһам да, күңелемдән генә кисереп ултырҙым.
- Ҡыҙыҡ, беҙ күптән инде ерҙән өҫтә, ә һүҙҙәребеҙ һаман ерҙәге хәлдәр тураһында, - тинем юлдашыма, иллюминатрға күрһәтеп. - Үзбәкстанда таң атып килә.
- Һеҙҙе бында ҡаршы алыусы бармы? - тип һораны юлдашым.
- Эйе, бар, рәхмәт! - тинем мин, шөбһәле уйҙарымды белдермәҫкә тырышып.
Дөрөҫөн әйткәндә, минең сәфәремде ойошторған Төрксой вәкиле, ҡырғыҙ шағиры, дәүләт эшмәкәре Хужагиле ағай Күлтегиндең Анкаранан Ташкентҡа, Ташкенттан Ургенчҡа бөгөн түгел, иртәгә төнөн осоп киләсәген әйтмәнем. Хиваға барып, ҡала менән таныша торормон, тип уйлап ҡуйған инем.
Дауамы бар.
Илгиз Ишбулатов.

Автор:Ильгиз Ишбулатов
Читайте нас: