+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2021, 16:35

Тултырма эшләр мәл етте

Хәҙер магазиндарҙа колбасаның ниндәй генә төрө һатылмай?!

Тултырма эшләр мәл етте
Тултырма эшләр мәл етте

Уны алып, составында нимәләр барлығын уҡый башлаһаң, сәстәр үрә тора: сусҡа тиреһе, соя, он, тәм биреүсе матдәләр, тағы әллә ниҙәр ҡушыл­ған. Ҡиммәтлерәгенән дә бер ҙә элекке колбаса еҫе сыҡмай. Хәҙер бер ниндәй итһеҙ ҙә уны эшләйҙәр, тип яҙалар.
Ҡуй, үҙебеҙҙең милли аш-һыуға етмәй инде ул. Тултырманы ғына алып ҡарайыҡ. Ҡайһы бер төбәктәрҙә уны эшләмәйҙәр. Ә күпселек райондарҙа тултырма – бик тәмле ризыҡ. Яһауы ла ҡыйын түгел. Халҡыбыҙ, ғәҙәттә, һу­ғым һуй­ғас, әҙерләй уны. Әм­мә саҡ ҡына һуңғараҡ эшләһәң дә була. Һыйырҙың йәки һарыҡтың үпкәһен, бауырын, бөйөрөн, йөрәген ит үткәргес аша һарымһаҡ ҡушып үткәрәбеҙ. Тик үпкәне алдан әҙ генә бешереп алырға кәрәк. Шунан тоҙ, борос, бүрттерелгән дө­гө ярмаһы һәм бер аҙ һурпа ҡушып баҫабыҙ. Малдың йыуан йә туҡ эсәге тышлыҡ ролен үтәйәсәк. Уның бер осон киҫәбеҙ ҙә еп менән бәйләйбеҙ. Әҙерләнгән массаны шунда тултырабыҙ. Һауа ҡалдырмай ғына икенсе осон да еп менән ныҡ итеп бәйләп ҡуябыҙ. Бешергәндә һыу ҡайнап сығып килгәндә тултырманы ҙурыраҡ энә менән тишкеләргә кәрәк, юғи­һә, шартлауы ихтимал. Бешкәс, бысаҡ менән түңәрәкләп киҫеп, эҫеләй генә ашайҙар. Бик тәмле була.

Фото: forum-eurasica.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: