Антиесемдәре бар ҙа бит... Бөгөн Рәсәй Хөкүмәтенең вице-премьеры Татьяна Голикова уларға ла QR-код биреләсәге тураһында хәбәр итте.
Шулай итеп, кем 2021 йылдың 1 ғинуарынан һуң ПЦР-тест биреп, ыңғай һөҙөмтә алған, әммә медицина ярҙамы һорап мөрәжәт итмәгән, уларға антиесемгә анализ тапшырырға тәҡдим итәләр. Күпме булыуына ҡарамаҫтан, антиесеме бар икән, коронавирусты кисереүе тураһында бер йылға сертификат биреләсәк.
Ә кем тест бирмәгән булған, үҙен ауырыным, тип иҫәпләй икән, шулай уҡ антиесеме бармы икәнен тикшертеп ҡарай ала. Булһа, ярты йылға сертификат аласаҡ.
Фото:ctv7.ru
https://yanshishma.com/articles/byl-donyala-ni-r-bar/2021-12-13/auyryny-my-qr-kod-alasa-y-2617766