Һөттө бигүк эҫе итмәй генә йылытып, сөпрә, аҡ май, йомортҡа, самалап тоҙ, шәкәр һалып болғатабыҙ. Унан инде он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Бер сәғәт тирәһе йылы урында тотҡас, ҡабарып та сыға.
Инде хәҙер эслек әҙерләүгә күсәйек. Бының өсөн картуф, һуған, туңдырылған скумбрия балығы талап ителә. Картуфты нәҙек кенә итеп түңәрәкләп турайбыҙ, балыҡты йыуып, ҡылсыҡтарынан таҙартабыҙ. Артабан табаға май үткәрмәй торған ҡағыҙҙы һалып, өҫтөн көнбағыш майы менән майлайбыҙ. Әҙер ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәйелгән берәүһен уның өҫтөнә һалабыҙ.
Эслегебеҙҙе нисек әҙерләргә? Тәүҙә картуф, һуған, балыҡ ҡатламдарын бер-бер артлы теҙәбеҙ. Өҫтөн ҡалған ҡамыр йәймәһе менән ҡаплап, аҫтағыһы менән берләштереп, ситтәрен йәбештереп сығығыҙ. Бешкәндә пар сыҡһын өсөн уртаһынан тишергә, матур төҫ алһын өсөн ике йомортҡа һарыһы менән өҫтөн буярға ла онотмағыҙ. Бәлеште духовкала 170 градус эҫелектә 30 – 40 минут тирәһе бешереп алығыҙ.