+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Декабрь 2021, 13:40

Һыу аҫтындағы юл

Был шәп күпер-тоннелде берәй ҡасан барып күреп булырмы икән? Уға ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел: мөһабәт күпер һыу өҫтөнән бара-бара ла ҡапыл һыу аҫтына инеп юғала.

Һыу аҫтындағы юл
Һыу аҫтындағы юл
1995 – 1999 йылдарҙа төҙөлгән Эрессун күпере тураһында һүҙ бара. Ишеткәнегеҙ барҙыр әле. Эрессун – Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәрҙе тоташтырған боғаҙ. Ана шунда Данияның Копенгаген һәм Швецияның Мальмё ҡалаларын тоташтырыусы күпер-тоннель төҙөгәндәр. Ул – Европалағы иң оҙон ошондай юл. Эресун күперенең һыу өҫтөндә оҙонлоғо – 7 мең 845 метр, һыу аҫты юлы 4 мең 50 метрға һуҙыла. Киңлеге – 23,5 метр, бейеклеге – 57 метр. Бында ике поезд юлы һәм дүрт автомобиль юлы үтә.
Урындағы халыҡ өйрәнеп бөтһә лә, туристар өсөн бик ҡыҙыҡлы был урын.
 
Фото: chydesa-mira.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: