+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2021, 12:00

Шаяра беләбеҙме?

Беҙҙең халыҡ юморға бик бай. Мәрәкәләшеү, шаяртыу, төрттөрөү, үсекләшеү кеүек бер-беребеҙҙе көлдөрә, юғары эмоциялар тыуҙыра торған хәлдәрҙе яратабыҙ. Юмор беҙҙә етәрлек тә, әммә ул юмор өйрәнелмәгән икән. Нимә ул халыҡ юморы?

Шаяра беләбеҙме?
Шаяра беләбеҙме?

Сәхнә юморы йәки әҙәбиәттә юмор бармы ул? Халыҡ юморы менән сәхнә юморы ни өсөн улай айырыла һәм башҡалар. Бына ошо һорауҙарҙы беҙ уҡыусыларыбыҙға ла бирҙек һәм түбәндәге фекерҙәрҙе ишеттек:

Фәрзәнә Аҡбулатова, яҙыусы:

– Элек Һәнәк журналы бик популяр ине. Мин шунда Тимер Арсландың шиғырҙарын көлә-көлә уҡый торғайным. Юморҙы бит һәр кем яҙа алмай. Уға айырым оҫталыҡ талап итә. Марсель Сәлимов был жанрға тоғролоҡ һаҡлауы менән үрнәк. Марат Кәримовтың шиғырҙары ныҡ шәп. Салауат Әбүзәр бик үткер яҙа, көн үҙәгенә һуҡҡан нәмләр тураһында әйтә ала. Ғөмүмән, шиғриәттә юмор-сатира бар ул, ләкин һәлкәүлек тә тойола. Бөгөнгө етешһеҙлектәрҙән көлөү ауырырыаҡмы икән, бик ҡыйыу тотоноп киткәндәр, йә иһә ошо өлкәлә махсуслашҡандар юҡ. Венерҙың , Рәзиләнең юмористик хикәйәләрен яратып уҡыйым. Сәхнәлә юмор килеп сыға. Шулай ҙа унда күберәк көлдөрөргә тырышыу үтә бер ҡатлылыҡҡа ла алып килә шикелле. Халыҡ юморын өйрәнергә кәрәк. Беҙҙең халыҡ нимәгә нығыраҡ иғтибар итә, нимә уның өсөн әһәмиәтле йәки фәһемле? Һәр ауылдың, һәр райондың үҙ Насретдины була. Был бик тәбиғи. Был жанр үҫешенә бәйле, Юмористарҙың бергә тупланып һөйләшеүе кәрәк. 

Гәүһәр Фазуллина, журналист:

– Халыҡ юморы бар, уныһы бәхәсһеҙ. Бына берәй ергә өс-дүрт кеше йыйылһын әле, шундуҡ шаярыша, ҡыҙыҡ нәмәләр һөйләшә лә башлайҙар. Ә өмәләр, ҡунаҡтар, мәжлестәр нисек үтә ине элек? Арала мотлаҡ бер шаян, мәрәкәсел кешене саҡыралар ҙа, ул барыһын көлдөрөп, һындарын ҡатырып бөтә. Бөгөн халыҡ аҙыраҡ шаяртыуҙы, юморҙы онотоп киттеме? Нисектер ҡорораҡ, ҡырыҫыраҡ булып ҡалған һымаҡ. Был ана шул телевизорға, интернетҡа әүрәүебеҙҙән дә киләлер тием. Сөнки тере аралашыуға ҡарағанда, ҡыҙығыраҡты виртуаль донъянан табабыҙ, үкенескә ҡаршы. Бөгөн бына берәй баланы йәки йәш кешене шаярт, ул аңламай үпкәләп китергә йә тупаҫ яуапларға ла мөмкин. Ә элек беҙ ололар нимә тип мәрәкәләһә лә аңлай, ҡыйыуыраҡтар шаярыуға ҡушылып та китә ала ине.

Халыҡ юморы бар беҙҙә, ә бына сәхнә юморы юҡ кимәлендә. Махсус әҙерләнеп, яһалма шаяртыуҙы беҙ ҡабул итмәйбеҙ. Беҙҙә юмор процеста килеп сыға, шуға өйрәнгәнбеҙме? Шулай уҡ әлеге сәхнә юморы артыҡ ҡыланыуға, ауыҙ ҡыйшайтып, йөҙ боҙоп һөйләүгә, примтив, тапалған тупһыҙ шаярыуға ҡайтып ҡалды. Юмор һөйләйһең икән, ул тарихыңдың да эстәлеге булырға тейеш. Мәҫәлән, Петросяндың тапшырыуындағы кеүек. Уның телмәренән көләһең дә, идайһың да бит. Залда ла кешеләр күҙ йәштәре аша көлөп ултыра. Сөнки унда йәшерен ауыртыныу ҙа, һағыш та, иң ауыртҡан ергә ҡағылыу кеүек үҙенсәлектәр ҙә бар. Сәхнә юмор ул шулай булырға тейеш тә. Тимәк, бындай юмор яһай алыу өсөн яҡшы психолог та, күҙәтеүсән, телгә бай яҙыусы ла булыу кәрәк. Тимәк, бер артислыҡ ҡына әле юморист тигәнде аңлатмай.

 Резеда Вәлиева, хәбәрсе:

– Беҙҙең башҡорт халҡы шул тиклем йор телле. Юҡҡа ғына уның сәсәндәре күп булмағандыр. Халҡыбыҙ йырҙарында башлыса зар ишетәбеҙ. Унда беҙҙең үткәнебеҙ, тарихыбыҙ ята. Әммә нисек кенә ауыр булмаһын, тормоштарында мәҙәккә лә урын тапҡандарҙыр тип уйлайым. Алыҫ тарих төпкөлөнән, әлбиттә, миҫалдар килтерә алмайым. Сөнки был йор, бай телле халыҡтың юморы ла булғандыр, тигән фаразым ғына.
Ә бына бәләкәй саҡтан халыҡ араһындағы лаҡаптарҙы ишетеп үҫтек, тормошта ҡулландыҡ, гәзиттәргә яҙҙыҡ, ул республикаға таралып китте, хатта сәхнәләштерелде лә. Халыҡ араһынан сыҡҡандары ысынлап та бик ҡыҙыҡ, көлмәҫ ерҙән көлөрһөң, иҫтә лә ҡала, артабан уны үҙең дә һөйләштә шаярып ҡуллана башлайһың.
Һуңғы йылдарҙа концерт-тамашаларҙы юморға борорға тырышалар. Әммә улар яһалма килеп сыға, нисек кенә актерлыҡ һәләтенә эйә булмаһындар, ҡайһы берәүҙәренә көлөп булмай. Интернет селтәрендә һәр кем видео төшөрөп һалып маташа, уларҙың бәғзеләренә ҡарап көлмәйһең, ә көйәһең. Айырыуса башҡорт халҡын, ауыл халҡын наҙан, аңра итеп күрһәтергә тырышыуҙарын өнәмәйем. Был йәһәттән беҙгә үҫергә, камиллашырға кәрәк. Ә дөйөм алғанда башҡортса ла шаярып була, зиһенде эшкә егергә кәрәк һәм ауылдағы тормошсан лаҡаптарҙы ҡулланырға кәрәк

Бөгөнгө юмор агрессив юмор ул. Мәҫәлән, зәңгәр экрандарҙағы юморҙы алып ҡарайыҡ. Тупаҫ, тыйнаҡһыҙ, уҫал ҡылана юмористар. Улар юмористар микән? Хәҙер юмористы теләһә ниндәй шоумен да алмаштыра бит инде. Бындай тапшырыуҙарҙы балаларға күрһәтергә түгел, үҙеңә лә ҡарарға ярамайҙыр, тип уйлайым. Нимәгә юҡ менән күңелде бысратырға? Ә балаларҙы нескә генә, еңелсә генә юмор менән таныштырып үҫтерге килә. Был үҙенсәлекте аңлау һәм тормошта ҡуллана белеү уларҙы тиҫтерҙәре араһында ла, башҡа хәл-ваҡиғаларҙа ла аңлайышлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итә бит. Шулай итеп, юмор кәрәк, әммә ул күргәҙмә булараҡ юҡ.

Лариса Абдуллина, шағирә:

– Башҡорт халҡы борондан бер-береһенән нескә юмор менән көлгән. Төрттөрөргә яратҡан. Ауылдарҙа бит хатта ҡушаматһыҙ кеше юҡ. Әммә бөгөн беҙҙең милли юморыбыҙ юҡ кимәленедә. Телевизорҙан, сәхнәнән урғылып ағылған "ҡара юмор" - ул беҙҙеке түгл. "Теща" тиҙәр ҙә көлгән булалар. Ә бит беҙҙә, киреһенсә, кейәү менән ҡәйнә араһы - бик ҡәҙерле һәм үҙ-ара тәрән ихтирамға ҡоролған мөнәсәбәттәр. 
Әҙәбиәттә лә юмор юҡ кимәлендә. Марсель Сәлимовтың ҡайһы бер яҙмаларын иҫәпкә алмағанда. Уны уҡырға кәрәк, ә тыңларға түгел. Шағир, блогер Азамат Юлдашбаевтың замана образдары менән әсе көлгән фекерҙәре ҡыҙыҡлы! Тапҡыр әйтә!
Әҙәбиәттәге көлөү ғәйбәтсе фекере кимәленә төшөргә тейеш түгел бит, ә беҙҙекеләр шулай яҙа. Әҙәбиәт һүҙ сәнғәте икәнен онотоп ебәрергә ярамай. 
Үҙебеҙҙән башҡортса көлөргә лә оноттоҡ бит: ихлас итеп, егеттәрсә, иҫкәртеп!
Үҙеңдән үҙең көлә белеү - ул үҙеңә үҙеңә тәнҡит күҙлегенән ҡарай белеү, эске камиллыҡ хаҡында һөйләй. Нисек кенә итеп ҡараһаҡ та, көлөү - әгәр ул кешенең иң тәрән хистәренә ҡағылмаһа, бик файҙалы күренеш ул. 

Зилә Ниғмәтуллина, тарихсы:

– Рәсәй кешеһен бөгөн юмор ғына йәшәтә ала. Үҫешкән бер илдә лә булмаған медицина, мәғариф кимәленә, ипотека, кредит түләменә, эшһеҙлеккә, аҙ эш хаҡына, депутаттар эшенә, коррупцияға, ғөмүмән илдәге "беспределға" юмор менән ҡараһаң, эсең ҡатып өс көн көлөргә була. Был хәлдәрҙең кире яғын уйлаң, бөгөн ятып үлергә мөмкин. Мин мәҫәлән, яңыраҡ "власты хөрмәт итмәгән өсөн" уголовный статья ҡабул иткәстәрен уҡып көнө буйы “йылмайып” йөрөнөм. Самаһыҙ, кәрәкмәгән ерҙә "ауыҙ асып" йөрөмәҫкә ҡалай яҡшы булды, тип “йылмаям”.

Артыҡ мәғәнәгә эйә булмаған Камеди клаб, Камеди воман телевизион тапшырыуҙарының халыҡ араһында популяр булыуы ла, илдәге киҫкен хәлдән арыныу ысулылыр. Ундай тапшырыуҙар халыҡты юмор менән түгел, позитив менән йәлеп итә. Халыҡ нимәнән позитив эҙләргә белмәй. Сәхнә юморы, нишләптер, күп осраҡта, артыҡ ҡысҡырып һөйләшеүгә, самаһыҙ ҡысҡырып көлөүгә һәм сәхнәне бер итеп улай-былай йүгереүгә, баҫтырышыуға ҡайтып ҡала. Яһалмалыҡ ярылып ята. Юмористар урыҫтың Петрушкаһы образына инеп китте. Бөгөнгө башҡорт сәхнәһендә Стенд-ап жанрында Фаил тигән егет бик шәп эшләй башлағайны, тик уға текстар яҙыусы юҡ ахыры, текстары хөрт. Дөйөм алып әйткәндә, мин башҡорт сәхнәһенән юмор эҙлмәйем дә. Ә халыҡ араһында иһә юмор етәрлек. Иҫ киткес ҡыҙыҡлы, йор һүҙле, күңелле ҡыланышлы, шуҡ хәбәрле туғандарым, дуҫтарым, таныштарым бар. Шундайҙар менән бер һөйләшеп-көлөшөп алһаң, күңел дә күтәрелә, ыңғай ҡараштар барлыҡҡа килә, әллә ниндәй артистарың ары торһон.

Фото: 1ul.ru

 

 

 

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: