Әлегә Өфө хакимиәте барлығы 50 берәмек техника ҡайтарыу тураһында килешкән. Баш ҡалаға килгән автобустарҙың ҡасан линияға сығыуы әлегә билдәле түгел. Ҡалған техника 2022 йылда ҡайтарыласаҡ, тиҙәр
17 декабрҙә үткән матбуғат конференцияһында Өфө мэры Сергей Греков ҡалала йәмәғәт транспортының етешмәүе хаҡында әйткәйне. “Транспорт мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүләбеҙ, сөнки Өфөнө автомобилселәр ҡалаһы түгел, ә йәйәүлеләр ҡалаһы булыуын теләйбеҙ. Өфө урамдарындағы транспорт һуңғы арала үҙгәрә. Был мәсьәләне артабан да хәл итәсәкбеҙ", - тине Греков.
Социаль селтәрҙәрҙә иһә был мәсьәләгә ҡарата шау-шыу ҡупҡан. Өҫтөбөҙгә "НефАЗ" "ауырға" торғанда, ни өсөн беҙ Мәскәүҙең бороңғо һәм иҫке автобустарында йөрөргә тейеш әле, тип хайран ҡала өфөлөләр.
Фото:bashinform.ru