+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Декабрь 2021, 12:05

Талҡандан тәмле ризыҡ

Хәҙер халҡыбыҙ милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Аллаға шөкөр, етештереп, һатыуға сығарыусылар ҙа күбәйә. Мәҫәлән, талҡан. Уны бойҙай, тары, арыш ярмаларынан яһайҙар. Микроэлементтарға, витаминға бай, организмға көс  бирә был милли ризыҡ.

Талҡандан тәмле ризыҡ
Талҡандан тәмле ризыҡ

Күптәр талҡандан сәйгә тәмле йомроҡастар ҙа эшләй. Магазиндан нимәләр ҡушып бешерелгәнен дә белмәгән печенье-кәнфит алғансы, тәбиғи ризыҡ ашайһың. Талҡан онона бер аҙ май, шәкәр, йылы һөт, һыу ҙа өҫтәп, ҡуйы ғына бер масса килеп сыҡҡансы баҫаһың. Шунан йомроҡастар әүәләйһең дә тәрилкәгә һалып, бер аҙға һыуытҡысҡа ҡуяһың. Ҡайһы берәүҙәр уртаһына сәтләүек ҡуйып, тышын кокос вағы менән биҙәп, үҙебеҙсә рафаэлло ла эшләй. Был файҙалы тәмлекәсте.

Фото: dobrosad.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: