Уйлап ҡараһаң ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға, тормошта шул әйбер, шул әйбер мәғәнәһе бар, ә уның атамаһы, йәғни, һүҙе юҡ икән. Бына, мәҫәлән, һарыҡ тәкәһе. Был мал боронғо телебеҙҙә ҡусҡар тип аталған. Һарыҡ – ҡуй, тәкә – ҡусҡар, яңы тыуған һарыҡ бәрәсе – ҡошанай (ҡосанай), 6 айға тиклемге бәрәсе – ҡуҙы, 6 айҙы үткән йәш һарыҡ – туҡлы. Ә инде көйҙөрөлгән тәкәне бурыҡ тигәндәр. Төплө һәм матур атамалар, шулай бит.
Бурыҡ тигәнде ололар ауыҙынан ишеткәнем булды, әммә нимә икәнлеген аңламағанмын икән. Ә ул һүҙ көйҙөрөп һимертеүгә ҡуйылған һарыҡ тәкәһен аңлатҡан. Шулай уҡ бәләкәйҙән “һарыҡтарға ҡошандарын ҡуштым” тигәнде лә иҫләйем. Бында һарыҡтарға йәш бәрәстәрен имеҙеүгә ҡушыу хаҡында һүҙ барған.
Һыйыр малына күскәндә, беҙ бөгөн үгеҙҙең ниндәйендә үгеҙ ти ҙә ҡуябыҙ. Ә асылда үгеҙ ул көйҙөрөлгән мал атамаһы. Тоҡомон ҡалдыра торған үгеҙ ул – буға. Шулай уҡ һыйыр малында ла быҙау, башмаҡ, тананан тыш, 1 йыллыҡтан үткән малды ҡонажын тиҙәр. Йылҡыны ғына түгел, һыйыр малында ла бар икән был атама. Йәғни был уның йәшен бедерә. Шулай уҡ тана тигәнде лә бөгөн йәш һыйыр тип аңлайбыҙ. Ысынында 6 айлыҡтан 1 йәшкә тиклемге мал тана була икән.
Унан килә һабантурғайы тигән ҡош атамаһын алайыҡ. Ҡоштоң ысын исеме – буҙтурғай. Буҙлыҡ – ул буръянлы сыбыҡ-селек араһы. Турғай шул селеклектә оялай. Шунлыҡтан ул буҙтурғай тип аталған. Ә һабантурғайға бары тик һабан һөрөү мәлдәрендә, хәҙергә яҡын йылдарҙа әйләнгән.
“Ҡыҫҡаяҡ” тигән һүҙҙе боронғо йыр тексында уҡып аңламағайныҡ. Бер йырсы тотоп килгән ине был йырҙы. Текста, күрәһең, һуғышҡа китергә сыҡҡан яугирҙы оҙатыу мәле һүрәтләнә. Яугир ауыҙынан шундай һүҙҙәр бар: ҡыҫҡаяғым сыҡты ла оҙатып. “Ниндәй ҡыҫҡаяҡ оҙатырға мөмкин ир кешене?” тип аптырашабыҙ хәҙер. Балалары микән, тип уйлайбыҙ. Күптән түгел бер нуғай шиғырында уҡыным шул һүҙҙе, унда ла “ҡыҫҡаяҡтар” бар. Һүҙлектәрен ҡараһам, бот саптым, ҡатынды шулай тигәндәр икән. Аңлатмаһы ла бар: ҡатындың алыҫҡа юл тотмауын, ғүмере бары тик йорт-ҡура тирәһендә генә үтеүен белдерә был атама.
Һөйләү телмәрендә “лағырлама” тигән һүҙ бар. Беҙ уны кәрәкмәгән нәмәне күп һөйләгән кешегә ҡарата ҡулланабыҙ. Йәнәһе, юҡты һөйләмә йәки күп һөйләмә, тигән мәғәнәлә. Асылда был һүҙ үҙе үк һөйләшеү тигәнде аңлата икән. Тура мәғәнәлә. Лағырлау – һөйләшеү. Мәҫәлән, әйҙә лағырлап алайыҡ әле, тигәндең бер ғәйебе лә юҡ.
“Урал батыр” эпосында меңйәшәр ҡарттың Уралға әйткәндәрендә ошондай юлдар бар: “Донъя ул бер бағ икән...” Йәғни, донъя ул бер баҡса икән. Был да беҙҙәге юғалған һүҙҙәрҙең береһе, тип иҫәпләйем. Сөнки ул ҡайһы бер туғандаш халыҡтар телендә һаҡланып ҡалған. Был һүҙ беҙҙә “са” ялғауы ҡушылып үҙгәреп киткән.
“Ирҙең бәйеле аҙһа бәлә килә” тигән әйтемдәге бәйел һүҙен күптәр аңламайҙыр. Был теләк, аппетит тигәнде аңлата. Йәғни, ир кешенең теләктәре ҙурайып, ул шашып, холҡһоҙланып китһә – аҙағы яҡшы бөтмәйәсәк, тигән киҫәтеү төшөнсәһе был. Ололар ауыҙынан “бәйелеңде тый” тигәнде лә ишетергә мөмкин.
Асманға ашыу тигән һүҙ бар. Тарихтан Бөйөк Асман империяһы тигәнде уҡыныҡ. Усман тигән кеше исеме, ауылдар атамалары бар. Был иһә космосты аңлата. Космос ул – асман. Бөгөн ул йыһан тигән һүҙ менән дә алмашынған, әммә иң боронғо һүҙебеҙ – асман.
Ошолай тәҫләп барлай башлаһаң, заман бөгәрҙәрендә юғалып онотолоп ҡалған һүҙҙәр күп икән. Уларҙың мәғәнәләре йәшәй, ә үҙҙәре юҡ. Юғалмаҫҡа ине шуларҙы, улар бит беҙҙең туған тел байлығы.
Кемдәр тағы ниндәй һүҙҙәр белә? Хәтерләйек, яңыртайыҡ иҫте, барлайыҡ һүҙҙәребеҙҙе.
Фото интернет селтәренән.