+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Декабрь 2021, 13:00

Соуста әҙерләнгән балыҡ

Уңған хужабикәләр, өйҙәгеләрҙе ҡыуандырып, бер тәмле ризыҡ бешереп ҡарағыҙ әле.

Соуста әҙерләнгән балыҡ
Соуста әҙерләнгән балыҡ

Бының өсөн  800 грамм балыҡ ите (филе), 50 грамм аҡ май, 250 миллилитр 20 процентлыҡ һөт өҫтө, ике тырнаҡ һарымһаҡ, бер аш ҡалағы гәрсис, тоҙ, борос, йәшел һуғандың төбө, лимон, петрушка кәрәк.

Тәүҙә балыҡ итен формаға һалабыҙ. Өҫтөнә тоҙ, борос һибәбеҙ. Шунан иретелгән аҡ майға һөт өҫтөн, һарымһаҡ, гәрсис, тоҙ ҡушып болғатырға. Соус килеп сыға. Артабан балыҡҡа ваҡлап туралған һуғанды һәм соусты өҫтәйбеҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 15 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Әҙер булғас, ваҡлап киҫелгән петрушка һәм лимон менән биҙәйбеҙ.

Фото: Pinterest

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: