Унан шартлатып телевизорҙы һүндереп ҡуйҙы.
– Шул алдаҡсыны ҡарамайыҡ! Насар кеше бит ул.
Ҡыҙымдың былай тип әйтеүенә аптырап ҡалдыҡ. Өйҙә алдашырға ярамағанлығы хаҡында гел генә иҫкәртеп торғас, уның насар ғәҙәт булыуын яҡшы аңлай.
Теге ваҡыт етәксе ағай улар уҡыған мәктәпкә килергә тейеш ине. Билдәле, беҙ ҡунаҡты шартына килтереп ҡаршы алырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Бының өсөн алдан етди әҙерләнделәр. Мәктәптең ышҡымаған, таҙартмаған урынын ҡалдырманылар.
Ҡыҙым бейеү ансамблендә шөғөлләнгәс, улар көн һайын белем биреү усағы ихатаһында күнекмә үткәрҙе. Бейеүҙәрен көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлай торғас, хатта үксәләре ауырта башланы. Кисен арып, хәлдән тайып ҡайтыр ине.
Бына билдәләнгән көн дә етте. Иртән мәктәп ихатаһы байрам төҫөн алғайны: шарҙар елберҙәй, күңелле музыка яңғырай. Яуаплы вазифа биләгән әллә күпме кеше йыйылған. Ҡурсаҡ кеүек кейенгән, тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан уҡыусылар, уҡытыусылар... Мәктәп ихатаһында соҡорҙар ҡаҙылған, шыршылар әҙер тора. Етәксе балалар менән бергәләп “Бәхетле бала саҡ” аллеяһына ағас ултыртырға тейеш икән. Тантаналы минуттарҙы бөтә республикаға еткереү өсөн хәбәрселәр ҙә күптән килеп, үҙ эшен башлаған. Ана телевидение журналисы балаларҙан нимәлер һораша, ҡыҙыҡһына...
Эштән түҙемһеҙләнеп ҡайттым.
– Байрам нисек үтте? Нисек бейенегеҙ? – тип һорайым ҡыҙымдан.
Күренеп тора: ҡыҙымдың кәйефе юҡ ине.
– Теге ҙур ағай килмәне, – тине ул, ауыр һулап. – Алдаҡсы икән!
Фото: ok.ru