-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Декабрь 2021, 16:00

"Яңы йыл" салаты

Табын әҙерләүгә ваҡыт күп китмәһен, тиһәгеҙ бына был тәмле салатты тиҙ генә эшләп алырға була. Бының өсөн беҙгә:

"Яңы йыл" салаты
"Яңы йыл" салаты

Тауыҡ ите;

50 гр. ҡаты сыр;

150 грамм консерваланған ҡаты сыр;

3 телем консерваланған ананас;

50 гр. әстерхан сәтләүеге;

Майонез.

Сәтләүекте ҡоро табала ҡыҙҙырып алабыҙ һәм эре киҫәктәргә бүлгеләйбеҙ. Тауыҡ итен бешерәбеҙ, һыуытабыҙ һәм шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сырҙы ваҡ ҡына ҡырғыстан сығарып, ананасты ла ваҡ ҡына шаҡмаҡтарға ваҡлайбыҙ. Кукуруздың һыуын һарҡытып, барлыҡ ингредиенттар өҫтөнә һалабыҙ ҙа майонез һалып бутайбыҙ.

Был салатҡа тоҙ һалынмай.

Фото интернет селтәренән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: