Ҡарсыҡ күҙҙәренә ҡояш төшмәһен өсөн яулығын әҙерәк маңлайына төшөргән, йөн ойоҡбаш бәйләй, уныһы ергә тиклем һуҙылған. Ул ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап боронғоса кейенгән – зәңгәр итәге буяу ҡушылмаһының тәмле еҫен һаҡлай, көрән шәле ябыҡ тәнен ҡаплаған. Башындағы ситтәре ҡайтарылған яулығы көнгә уңған, аяҡ кейеме тапалған, әммә таҙа. Төйнәлгән сал сәстәренә энә ҡыҫтырылған, дүртеһе талған ҡулдарында йымылдай. Ул иҫке-моҫҡо әйберҙәр баҙары яғына бер ҡолағын ҡуйып боролоп баҫҡан – унан музыка яңғырай – мал-тыуар һатыусылар тирәһендә ҡайнашҡан кешеләрҙе шым ғына күҙәтә. Баҙар шау-гөр килә: аттарҙың кешнәүе, урам тамашаларының шау-шыуы, барабандар ҡағыуы, яр буйындағы кәмәләрҙең шаҡылдауы ишетелә, ә ҡарсыҡ бәйләменә эйелеп ҡояш аҫтында һаман шым ғына тора.
Ҡарсыҡ янында мороно менән уның терһәгенә төртөлөп тигәндәй һыйыр көйшәй. Ул ҡартайған: ҡорһағы һалынып төшкән, аяҡтары кәкрәйгән, шулай ҙа ҡарар күҙгә сәләмәт һәм ҡаралған булып күренә – тире йөндәре таҙа һәм шыма. Шулай ҙа арҡаһындағы һөйәктәре беленә, ләкин башҡа ерҙәре менән һәүкәш ярарлыҡ: елене ҙур ғына һәм тығыҙ, матур ҡара-аҡ мөгөҙҙәрендәге балдаҡтар ҙа әллә ни күп түгел. Һыйыр ҡара, дымлы күҙҙәрен йылтыратып баҫҡан, аҫҡы яңағын һулдан уңға күсереп көйшәй. Аҙыҡты йотҡас, башын бороп тирә-яҡҡа ҡарай, шунан ҡыҙыл үңәс буйлап ауыҙына килгән аҙыҡты көйшәй-көйшәй элекке халәтенә ҡайта. Һыйырҙың яңаҡтары туҡтауһыҙ хәрәкәттә, тын алған һайын ҡарынынан түбән тауыш килә. Ул сиркәүҙең таш көмбәҙҙәренән шаңдау булып яңғыраған орган музыкаһын хәтергә төшөрә. Һәүкәш таҙа һәм теремек, оло йәштә, һыйырҙар үҙ ғүмерҙәрендә күрергә тейеш бөтә нәмәне кисергән. Быҙауҙары ла тыуҙы, донъяға килеү менән айырҙылар, уларҙы ялау мөмкинлегенән мәхрүм ҡалды. Әле күндәм көйшәй, намыҫ менән һөт бирә. Ул көндә йәрминкәлә йөҙәткес себендәрҙе ҡойроғо менән ҡыуып, үҙгәрешһеҙ ҡиәфәттә баҫып торҙо, башҡа ерҙә лә шулай көйшәр ине. Һыйыр бер ҡайҙа ла китмәһә лә, мөгөҙҙәренә матурлап бау бәйләнгән. Ағас ҡаҙыҡтар иҫкереп бөткән, бөтөнләй туҙған, уларҙың тимер ҡаҙығы юҡ, ләкин ул талап ителмәне, һыйырҙы ҡарауылларға кәрәкмәй ҙә. Ул көндә һыйырҙың мөгөҙөндәге бауҙың яңы, ныҡлы булыуына иғтибар итергә кәрәк, уны элекке иҫкеһе һәм нәҙеге менән сағыштырыу урынһыҙ. Сөнки Ана уның, һыйыр күҙ уңында тотола, мөмкин ҡәҙәр яҡшыраҡ күренеүен теләне.
Малҡай һәйбәт ине, ул иткә ярай, шуға күрә тиҙ арала ҡарсыҡ янына беренсе һатып алыусы килеп етә һалды. Һәүкәште иғтибар менән ҡарап сыҡты, бармаҡтары менән арҡаһын ҡапшаны, ә һыйыр иһә вайымһыҙ ғына иренеп ситкә күсте.
– Һыйырыңды күпменән бирәһең, инәкәй? – тип һораны ир-ат, ауыр ҡарашын малдан Анаға күсереп. Ҡарсыҡ бәйләменән айырылманы.
– Ул һатылмай, – тип яуапланы Ана. Әңгәмәне мөләйем тамамлап, энәләрен йөрөттө, танауын эшлекле һыпырҙы. Һатып алыусы артына боролоп ҡарай-ҡарай артабан атланы, уға ҡарашын һыйырҙан айырыу ауыр ине.
Тиҙҙән ҡарсыҡ янына тигеҙ итеп ҡырынған ир-ат – ит лавкаһы хужаһы килде. Бамбуктан яһалған ҡул таяғы менән һыйырҙың мөгөҙҙәренә һуҡҡыланы, ҡабарынҡы усын малдың ҡабырғалары буйлап йөрөттө.
– Күпменән һатаһың?
Ана ҡарсыҡ башта ҡул таяғы ҡағылыуҙан баҙнатһыҙ күндәмлек менән күҙҙәрен ҡыҫҡан һыйырға текәлде, аҙаҡ ҡайҙалыр алыҫҡа ҡараны, әйтерһең, унда үҙен ҡыҙыҡһындырған нимәлер тапты.
– Һыйыр һатылмай.
Һөйләшеү тамамланды. Кипкән ҡан ҡатламы ҡаплаған алъяпҡыс бәйләгән итсе үҙ юлы менән китте. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң сираттағы теләүсе пәйҙә булды. Ана башын сайҡаны. Һыйыр һатылмай.
Килгән бер кешене кире бороп торғас, Ана хаҡындағы хәбәр бөтә йәрминкәгә таралды. Кешеләр уның тураһында һөйләне. Тәүге һатып алыусы яңынан урап килде. Ул һыйырҙы һатып алырға бик теләй һәм күп аҡса тәҡдим итә ине. Ана тулҡынланып, ләкин һис икеләнеүһеҙ баш тартты.
– Һин нимә, һаттыңмы ни? – тип һораны һатып алыусы.
– Юҡ, – тип яуапланы Ана.
– Улайһа, ни бысағыма бында тораһың, малыңды күрһәтәһең?
Ҡарсыҡ аҫҡа ҡараны, әммә тертләмәне, бәйләүенән туҡтаманы.
– Йә?! Бында һиңә шайтаның кәрәкме ни?! – баш тартыуҙан ғәрләнгән даланһыҙ һатып алыусы тынысланманы. – Һыйыр үҙеңдекеме һуң?
Эйе, бында бер ниндәй ҙә шик юҡ. Мал Ананыҡы. Һыйырҙы быҙау сағында уҡ алдым, тип өҫтәне Ана. Был тап шулай ине. “Әгәр уны әңгәмә тынысландыра икән, – тип уйланы Ана, – мин һөйләшергә әҙер!” Ләкин һатып алыусы уны бүлдерҙе.
– Һин бында ниңә тораһың? Кешеләрҙең башын ҡатыраһың!
– Йә, Хоҙай... – Ана ауыр көрһөндө. Ул ғәҙәтләнгәнсә бәйләүен дауам итте, ләкин күҙҙәрен ҡайҙа текәргә белмәне – кәйефе ныҡ ҡырылды. Әммә ярһыған һатып алыусы ҡанығыуҙан туҡтаманы.
– Һин нимә, кешеләрҙе алдарға килдеңме ни?!
Шунда Ана бәйләүҙән туҡтаны. Ул һыйырҙың мөгөҙҙәрендәге бауҙы систе, китергә йыйынды, һатып алыусыға ялбарыулы ҡараш ташланы:
– Һыйырым яңғыҙ, – тине ул эскерһеҙлек менән, – шул хәтлем яңғыҙ! Ул минең ярлы өйөмдә бер үҙе, бүтән һыйырҙарҙы бик һирәк күрә. Мин башҡаларҙан ситтә йәшәйем. Туғандарын күреп, әҙерәк күңел асһын, тип уйлап, йәрминкәгә алып килгәйнем. Эйе, тап шулай уйланым. Уның бер кемгә лә зыяны теймәй, тип уйланым да бында алып килдем. Ләкин мин уны һатырға йыйынмайым, шулай булғас, беҙгә урын биләп торорға кәрәкмәйҙер. Асыуланмағыҙ. Һау булығыҙ. Ысын күңелдән рәхмәт һеҙгә.
Йоханнес В.ЙЕНСЕН дат яҙыусыһы.