Ә уны тәүге ҡар яуғандан алып көтә башланы бит. Хатта календарҙағы һандарҙы ла сыймаҡларға онотманы. Ҡасан ғына ул көн етер ҙә Ҡыш бабай ишекте шар асып килеп инеп, һәр береһенә мул итеп бүләктәр өләшер.
Тик бына бөтә хыялдар бер минутта селпәрәмә килде лә ҡуйҙы. Кискеһен Кәрим йомошо төшөп, ата-әсәһенең йоҡо бүлмәһенә килеп инде. Һәм ни күрһен, көҙгө алдында атаһы Ҡыш бабай костюмын кейеп ҡарап тора. Бәләкәс булһа ла, эштең нимәлә икәнен аңланы малай. Тимәк, бер ниндәй ҙә Ҡыш бабай юҡ. Шул минуттарҙа уға бигерәк моңһоу булып китте. Ысыны булмағас, донъяның да бер йәме лә ҡалмаған кеүек тойолдо. Ошоларҙы кисерә алмайынса, иланы ла иланы Кәрим. Күҙ йәштәрен һөртөп тә ҡараны, тик улар үҙенән-үҙе аҡты.
Икенсе көндө йоҡонан уянғанда мендәре өҫтөндәге ҡағыҙ битен тап итте. Унда баҫма хәрефтәр менән «Кәримгә – Ҡыш бабайҙан» тип яҙылған ине. Әле мәктәпкә йөрөмәһә лә, уҡый белә. Ҡабаланып ҙур хәрефтәр менән яҙылған юлдарға күҙ йүгертте малай: «Сәләм, Кәрим! Күреп торам, ныҡ үпкәләнең. Тик бушҡа. Мин – ысын Ҡыш бабай. Тик беләһеңме, балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә Яңы йыл хыялы була бит. Ә бына атайыңдыҡы – Ҡыш бабай булып ҡарау. Уның ошондай матур теләгенә нисек ҡаршы килә алам инде, улым. Үҙең уйлап ҡара әле?! Шулай булғас, әйҙә, беҙ ҙә һинең менән белмәмеш булып, уны танымағанға һалышайыҡ, йәме. Атайыңды ҡыуандырайыҡ. Серҙе һаҡлаһаң, күптән көткән бүләгеңде лә алып килермен. Килештекме?»
Яңы йыл көндө донъяла Кәримдән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр. Әллә ниндәй ят тауыштар сығарып, фатир буйлап радио менән идара итә торған вертолёты артынан сапты. Олатаһы менән өләсәһенең ҡотон алып бөттө, әсәһенең яратҡан сәскә вазаһын түңкәрҙе. Был көндө барыһы ла тыйнаҡ ҡына өндәшмәй ҡалды, аҙаҡ барыһын да уның иҫенә төшөрәсәктәр, тик бөгөн түгел.
Әйткәндәй, Кәримдең атаһының да ҡыуанысы эсенә һыйманы. Әммә был хаҡта бер кем дә белмәне. Бер кем дә тиерлек...
Хаят Йәрмөхәмәтова һүрәте.