Инде ашарға ғына ултырам тигәйне, ишек шаҡынылар. Кисә танышҡан Рәхимә исемле апай, һеҙҙә һыу бармы, тип һораны. Крандарҙы бороп ҡарағайнылар, һалҡын һыу юҡ, уның ҡарауы, эҫе һыу бар икән. “Эҫе һыу, эҫе һыу, 105-тә эҫе һыулы ҡыҙ бар!” – тигән хәбәр йорт буйлап таралды. Бер генә күнәк, бер генә сәйнүк, өс кенә литр, тип кешеләр йыйыла, сират тороп һыу алалар, Гөлнәзирәгә рәхмәт уҡыйҙар. Эҫе һыуҙың ни, бөтәһе түгел, алығыҙ әйҙә. Ҡайһылары икешәр кереп сыҡты, күршеләр үҙҙәре шаярта, һиңә һыуҙы һатырға кәрәк, тиҙәр. Байтаҡ ташынылар һыуҙы. Рәхимә апай өс-дүрт тапҡыр кереп сыҡты. Ун дүртенсе ҡатта ике бүлмәле фатирҙа йәшәй икән, бөгөн ҡунаҡ саҡырған булған. Ярай, һыу юҡлығын алданыраҡ һиҙеп ҡалған, юғиһә, емеш-еләген дә йыуа алмай ултырыр ине.
Апай һаман һораша:
– Әллә берәйһен көтәһеңме?
– Көткән кешем юҡ, апай, әсәйем менән атайым, ҡустым килергә тейеш ине, эштәре килеп сыҡты.
– Әйҙә, атыу беҙгә ин, бергәләп Яңы йылды ҡаршыларбыҙ. – тине ҡатын, ҡыҙҙы ҡултыҡлап уҡ алды.
– Ҡуй, апай, рәхмәт, үҙем генә ҡаршылармын әле Яңы йылды.
– Әллә егетеңде көтәһеңме? – тип ныҡышты һаман апай.
– Юҡ, апай, бер кемем дә юҡ, яңғыҙ мин.
– Улай булғас, ни эшләп яңғыҙ ултыраһың? Әйҙә беҙгә, һине ҡалдырмайым.
Ныҡышты ла ҡуйҙы Рәхимә апай, ләкин Гөлнәзирәне тәки ризалата алманы. Нисек инде, тәү күргән кешегә ҡунаҡҡа барып ултырһын ул?
Шул ваҡыт тағы ла ишек шаҡынылар. Йүгереп барып ишекте асһа, үҙе менән бер йәштәрҙәлер, полицейский тора.
– Мин Рәхимә апайҙың улы булам. Беҙгә һыу биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тине ул, йылмайып. – Әсәйем һәм уның ҡунаҡтары исеменән, һеҙҙе үҙебеҙгә саҡырырға рөхсәт итегеҙ! Үҙегеҙ менән бергә ошо күнәкте тултырып алһаҡ, бигерәк тә шәп буласаҡ!
Еңел генә, яғымлы итеп, йылмайып мөрәжәғәт итте полицейский. Кейеме үҙенә килешеп тора бит әле! Гөлнәзирә тамам ирене лә ҡуйҙы. Бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Аҙаҡ егеттең йәп-йәшел күҙҙәренә ҡарап:
– Һеҙгә эҫе һыу кәрәкме? – тине.
– Так точно! Эҫе булһа ла һыу кәрәк! Һыу менән үҙегеҙ ҙә кәрәк! Сөнки әсәйем һеҙҙән башҡа ҡайтмаҫҡа ҡушты. Ә мин әсәйемдең был бойороғон үтәмәй булдыра алмайым.
– Һеҙ миңә ярты сәғәт ваҡыт бирәһегеҙме?
– Яңы йылға тиклем егерме биш минут ҡалыуын иҫәпкә алһаҡ, һеҙҙең ҡарамаҡта ун биш минут ваҡыт бар.
Егет һыуҙы алып, ишектән сығыуға, Гөлнәзирә, дәртләнеп-ашҡынып, иң матур кейемдәрен һайлай башланы. Яратҡан күлдәген кейҙе, сәсен рәтләне, өҫ-башына иш туфлиҙарын эләктерҙе, ике лә уйлап тормай, балконда туңып ятҡан ҡаҙҙы алды. Ул арала булмай, тағы ишек шаҡынылар. Ҡыҙ ҡаҙҙы шунда уҡ егеткә тотторҙо.
– Ҡайһылай һеҙ теүәл йөрөйһөгөҙ, – тине һәм күңелле итеп көлөп ҡуйҙы.
Ә был ваҡыт Рәхимә апай ишекте ҡыҫып ҡына, теге яҡтағы фатирҙы ҡарай ине. Ҡыҙ менән егеттең күңелле генә итеп һөйләшеп төшөп килеүен күреп ҡалғас, әллә ҡайһы арала йәштәр һымаҡ һикереп ҡуйҙы һәм сәпәкәй итеп: “Киләләр”, – тип бышылданы. Аҙаҡ Рәхимә аҫҡа сантехникка кеҫә телефонынан шылтыратты: “Сергей, һин мең тәңкәңде эшләп алдың, – тине ул, – ярай, был йортта кеше күп түгел, юғиһә, һыуһыҙ йонсоттоң, тип әрләрҙәр ине. Һалҡын һыуын да ас инде. Беҙҙең Аусы Аҡҡош менән танышты...”
Артур ВӘСИЛОВ һүрәте.