+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Декабрь 2021, 15:00

Юлбарыҫҡа тиңдәр юҡ

Тыуып килгән 2022 йыл – Һыу Юлбарыҫы йылы. Яңы йылды ҡаршы алғанда нимә кейергә, өйҙө, өҫтәлде нисегерәк биҙәргә икән, тип ҡаңғырып йөрөйһөгөҙҙөр әле.

Юлбарыҫҡа тиңдәр юҡ
Юлбарыҫҡа тиңдәр юҡ

Уны шартын килтереп ҡаршы алһаң, бәхет урап үтмәҫ. Йорт эсен зәңгәр, аҡ, һары, ҡыҙғылт-һары  төҫлө уйынсыҡтар менән биҙәһәгеҙ бик шәп буласаҡ. Ә кейемгә килгәндә,  тәбиғи туҡымаларҙан тегелгәндәре Юлбарыҫ күңеленә  хуш килер. Төҫтәре:  зәңгәр, зәңгәрһыу, ҡара, һоро, һорғолт, аҡ, ҡыҙғылт-һары булһа яҡшы, ә инде бар шарттарҙы ла үтәйем, тиһәгеҙ, өр-яңы берәй кейем һатып алығыҙ,  нәски булһа ла ярай.

Ялтыр биҙәүестәрегеҙҙе ҡурҡмайса тағығыҙ, Юлбарыҫ уларҙы бик ярата. Әлбиттә, тәмле ризыҡтар хаҡында ла онотмайыҡ әле! Һыйыр итенән әҙерләнгән һый был йәнлектең күңелен яулар. Күркә, тауыҡ ите ҡушып  яһалған салаттарҙы ла ярата, табынға ҡуйылған һары, ҡыҙғылт-һары емештәрҙән бөтөнләй ҡәнәғәт ҡалыр.

Юлбарыҫ – зауыҡлы йәнлек. Юғары градуслы, ҡаты иҫерткес эсемлектәрҙе һис яратмай. Шуны ла онотмайыҡ әле, Яңы йылды ҡаршылағанда өҫтәлдә балыҡ булмаҫҡа тейеш икән. Ул уны  яратмай, ти.

Юлбарыҫ – көслө, һиҙҙермәй генә яҡыная торған йәнлек. Шулай булғас, дуҫтар, 2022 йылда һиҙелмәй генә килгән үҙгәрештәргә әҙер булайыҡ! Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!

Фото: st1.rosphoto.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: