+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Декабрь 2021, 12:00

Иң ҙур “көҙгө” ҡайҙа икән?

Һүҙ Уюни тигән тоҙло күл тураһында бара. Майҙаны – 10 мең 588 квадрат километр.Ул диңгеҙ кимәленән 3 мең 560 метр бейеклектә урынлашҡан һәм донъялағы иң ҙур тоҙло күл булып иҫәпләнә.

Иң ҙур “көҙгө” ҡайҙа икән?
Иң ҙур “көҙгө” ҡайҙа икән?

Бик борон Альтиплано сүллегендә тәрәнлеге 100 метрға еткән Минчин күле булған. Әммә 40 мең йылдар элек ул эҫе ҡояш нурҙарынан ҡорой башлаған. Һөҙөмтәлә урынында ике сөсө, ике тоҙло һыулы күл барлыҡҡа килгән.

Шуларҙың береһе - ҡороған Уюни күленең өҫтөн әле гипс һәм галит (таш тоҙ) ҡаплаған, ә эске өлөшөндә - 8 метр ҡалынлыҡтағы тоҙ ҡатламы! Белгестәр әйтеүенсә, унда 10 миллиардҡа яҡын тонна тоҙ бар. Ноябрҙән мартҡа тиклем ямғырҙар миҙгеле була һәм өҫтөн әҙ генә һыу ҡаплаһа ла Уюни бик ҙур көҙгөгә әүерелә. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле. Күк йөҙө унда сағылып, бик матур күренеш барлыҡҡа килә. Уюни - туристарҙы ла үҙенә ылыҡтыра. Унда хатта отелдәр ҙә таш тоҙҙан төҙөлгән. Күл уртаһындағы утрауҙа 10 метр бейеклегендәге кактустар үҫә. Тағы был тирәлә бик ҙур төрлө фигураларҙы хәтерләткән таштар күп. Ҡасандыр тоҙ ташыған паровоздар "музейы" бар.

Фото: m.fishki.net

https://yanshishma.com/articles/bylar-y-y-ly-/2020-04-19/don-yala-y-i-ur-k-g-ay-a-ik-nen-bel-ege-me-387615

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: