-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Декабрь 2021, 15:10

Көрәшсе

Ишек ҡаҡтылар. Һалмаҡ аҙымдар менән дәрәжәһен белеп кенә килеп ингән урта йәштәрҙәге ир иғтибарлы ҡарашы менән ентекләп бүлмәне байҡап сыҡҡас, броневикка менеп баҫҡан Ленинды хәтерләтеп, ҡапыл уң ҡулын алға һондо:

Көрәшсе
Көрәшсе

– Тегеләр шаша бит, әй!
Аптырап киттем. Кемдәрҙе әйтә был? Олигархтармы, депутаттармы, башлыҡмы, ҡытайҙар йәки япондармы? Әллә ҡатыны аҡса таптырамы? Бәлки, урамда берәҙәк эт тешләгәндер?
– Шулайыраҡ шул! – тим, ирҙең мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүен көтөп.
– Һеҙ нисек шундай мәлдә тыныс ҡына ултыра алаһығыҙ, берәм-берәм сүпләп бөтәләр бит хәҙер беҙҙе! Ҡыл да ҡыбырҙатмайһығыҙ бит!
Тәк, тәк, һаман бер нәмә лә аңлашылмай.
– Бына кисә кис нәмә эшләнегеҙ? – Әңгәмәсем алдыма килеп баҫты ла уҫал ҡарашын төбәне.
– Улым менән киноға барҙыҡ. – Ирҙең йөҙө салышайып китте:
– Һуң кино ҡарап ултырыр мәлме ни, яҙмыштар хәл ителә бит бында, яҙмыштар! Нишләп киләсәк хаҡында әҙ генә булһа ла уйламайһығыҙ? Элекке көн ни эш ҡырҙығыҙ инде?
Миңә оят булып китте. Ысынлап та, тормош заяға үтеп бара түгелме һуң? Көн дә иртән эш тип сап, кисен өйгә ҡабалан, етешһеҙ тормоштан ҡотолайым тип йүгергеләргә тура килә, барыбер ҙә әллә ни алға китеш тойолмай. Ә был әҙәм ғаиләһен дә әҙәмсә ҡарай, йәмәғәт эштәренә лә өлгөрә, буғай. Була бит булдыҡлы кешеләр! Үҙе ҡайҙа эшләй икән? Ғаиләһе лә ишлелер, хан һарайылай йортта ирәүәнләп йәшәйҙер.
– Эштән киттем мин, ярты йыл була инде, – әңгәмәсемдең бөркөттөкөләй ҡыйыу ҡарашы тоноҡлана төштө. – Хәҙерге түрәләрҙе беләһең дә инде, тураһын бәреп әйткәнде яратмайҙар, эргәләренә йыйын ялағайҙы йыялар. Кәләш менән айырылышҡанға ла биш былтыр. Бүтәндәре менән дә менән дә тороп булманы, гел йүнһеҙҙәре осрап тик тора. Хәҙерге ҡатындарҙы үҙең беләһең, тоҡлап аҡса ла тап, гел эргәһендә лә бул. Балаларым менән дә бик аралашҡаным юҡ. Хәҙерге йәш быуынды беләһең инде, атайға ҡарағанда айфондарын яҡыныраҡ күрәләр. Фатир алып булманы...
– Хәҙерге хаҡтарҙы үҙең беләһең, яҡын да барырлыҡ түгел, ил етәкселәре ҡайҙа ҡарайҙыр? – тип дауам итәм әңгәмәсемдең һүҙен.
Ир аптырап китте.
– Минең нимә әйтәсәгем маңлайға яҙылғанмы әллә?
– Ә был бер ҙә ҡыйын түгел, – тим эре сирттереп. – Ниндәй эшегеҙ килеп сыҡмағанын әйтегеҙ, кем ғәйепле икәнен сер итеп кенә ҡолағығыҙға бышылдармын.
Тәҡдимем ирҙе ҡыҙыҡһындырманы, буғай. Ул таҙа ҡағыҙ менән ручка һорап алды ла бынан егерме йыллап элек үк төҫөн юғалтҡан костюмының кеҫәһенә таҫлап һалып ҡуйҙы. Кемдеңдер ҡара эштәре хаҡында тейешле урынға хәбәр итергә кәрәк икән. Автобусҡа ултырырлыҡ аҡсаһы ла булмай сыҡты.
Бушты-бушҡа ауҙарып тик ултырыуҙан туҡтағыҙ! – Йомошон йомошлағас, ирҙең тауышы йәнә көрәйҙе. – Бөтөрәләр беҙҙе, йыуаш һарыҡтар һымаҡ булмайыҡ, көрәшәйек! Таҫма телле әҙәмдәргә ышанмайыҡ! Былай йәшәргә ярамай!
Көрәшсе иҙәнде һелкетә баҫып сығып китте, күңелдәге һиллек тә юҡҡа сыҡты. Дөрөҫ әйтә бит көтөлмәгән ҡунаҡ - былай йәшәргә һис ярамай.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас в