+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Декабрь 2021, 10:40

Ҡыш бабай

Зилә апаһы менән еҙнәһендә йәшәй, туғандары уны ятаҡҡа һалманы, бәләкәс туғандары менән ярҙам итеп тә, уҡып та йөрөй. Яңы йыл байрамы алдынан шул балаларға Ҡыш бабай саҡырып алыу сараһын ҡайғыртып йөрөүе әле.

Ҡыш бабай
Ҡыш бабай

Төрлө иғландарға шылтырата торғас, бер Ҡыш бабай менән килешеп, хаҡын һөйләшеп ҡуйҙылар. Тәғәйенләнгән мәлгә килде Ҡыш бабай, Ҡарһылыуын да, йыл символы булған аждаһаһын да, клоунын да эйәрткән. Ҡотланылар тәнәйҙәрҙе, уйнаттылар, бейеттеләр һәм бүләктәр тараттылар ҙа, хушлашып сығып киттеләр.
Ошо хәлдән һуң бер нисә көн үткәс, Зилә эштән ҡайтып килгәнендә, инде өйөнә етәрәк, артынан кемдеңдер эйәргәнен аңғарҙы. Боролоп ҡараһа – оҙон буйлы йәш ир. Бына ул ҡыуып етә лә, йәнәш атлай. Һаулыҡ һораша. Әммә ҡыҙ ят әҙәм менән һөйләшмәй. Сумкаһын ҡыҫыбыраҡ тотоп аҙымдарын шәбәйтә. Егет тә ҡалышмай, үҙе серле генә итеп һорай ҙа:
– Теләйһегеҙме, мин һеҙҙең исемегеҙҙе әйтәм?
– Юҡ! – тип ҡыҙ бара бирә.
Егет һаман ныҡыша:
– Һеҙ башҡорт ҡыҙы. Исемегеҙ “з” хәрефенә башланырға тейеш. Зөлфиә йәки Зәлиә...
Ҡыҙ аптырай төшә һәм:
– Ә ни өсөн тап “з”-ға?” тип, ҡыҙыҡһынмай ҙа булдыра алмай.
– Сөнки һеҙҙең яҙмышығыҙ “з” хәрефе менән бәйле”, – тимәһенме серле егет.
– Әйт улай булғас исемемде, – тип, туҡтап ҡала хәҙер ҡыҙ ҙа.
– Бына ошолай һинең күҙемә ҡарауың кәрәк ине, – ти егет һәм аҙымы һайын бер исемде әйтә-әйтә килә, – Зөлфирә... Зарема... Зилә. Эйе, Зилә булырға тейеш. Тап ошо исем һеҙҙеке!
Ҡыҙ көлә:
– Һанай торғас тура килтерҙегеҙме инде, – тип.
– Юҡ, – ти егет, – мин күҙегеҙгә ҡарап башҡа мәғлүмәттәрҙе лә әйтә алам. Мәҫәлән, һеҙ ана-а-ау тәҙрәлә йәшәйһегеҙ. Өйҙә ҡустығыҙ менән һеңлегеҙ бар. Бәләкәстәр. Исемдәрен дә “ишетә” алам. Тә-әк... ҡыҙыҡай Әлиә... малай “б” хәрефенә булырға тейеш исеме. Булат!
Зилә шаҡ ҡата, ә егет хәтеренә төшөргән кеүек итеп яй ғына теҙә бирә:
– Эргәңдә бер йән эйәһе күрәм. Ә-ә... бесәй икән. Һарыбай тип өндәшәһең уға. Унан... тумбаңда әсәйеңдеңме, бер оло кешенең фотокарточкаһы тора...
Зилә хәҙер был егеткә ауыҙын асып ҡарап ҡала.
– Артабан һөйлә, – ти.
Егет йылмая ла:
– Барыһын да һөйләй алам, киләсәгеңде лә. Тик, әйҙә, ҡабаттан осрашайыҡ. Мөмкин урамда йөрөргә йәки берәй кафеға инеп сәй эсергә, – ти.
– Улайһа, мин һеҙгә телефон бирәйем, – тиеүенә лә ҡыҙҙың:
– Мин һеҙҙең телефонды “тегенән” дә ишетә алам, – тип ҡулы менән генә һауаға иҙәп, китеп тә бара. Шаңҡыған ҡыҙ йүгереп ҡайтып был хәбәрҙе апаһына һөйләй. Икәүләп бик ҡаты аптырашып, егеттең күрәҙәлегенә иҫтәре китә.
Ял көнө шылтырата был күрәҙәсе. Ҡыҙ уның шылтыратыуын көтөп ала. Әллә күпме һорауҙар әҙерләп, йөрөргә сыға. Был юлы ла егет ҡыҙҙың йәшәгән урыны, өйҙәге нимәләрҙең ҡайҙа урынлашыуы хаҡында, бигерәк тә балаларға байрам ойоштороуҙары хаҡында ентекләп һөйләй. Әммә башҡа хәлдәр тураһында артыҡ мәғлүмәт бирә алмай. Һөйләшеп йөрөп өшөгәс, егет Зиләне киноға саҡыра. Шулай итеп йәштәр дуҫлашып-аралашып китә. Тик артабан егеттең күрәҙәселеге туҡтап ҡала, ул инде ҡыҙ нисек кенә төпсөнһә лә башҡа нәмәләр әйтә алмай. Яйлап-яйлап улар эҫенешә һәм эштәр туйға ҡарай китә. Шунда ғына егет серен сисә. Баҡтиһәң, бер ниндәй ҙә күрәҙәсе түгел, ә ябай студент икән.
– Ә ҡайҙан беҙҙең өйҙәге хәлдәрҙе, ваҡ-төйәкте белдең? – тип ныҡыша хәҙер ҡыҙ. Айрат уны шаҡ ҡатыра:
– Белдем инде, мин бит Ҡыш бабай инем.
Бер төркөм студенттар Яңы йылға аҡса эшләү өсөн Ҡыш бабай хеҙмәте тәҡдим иткән дә, Зиләләргә килгәс, егет ҡыҙҙы оҡшатып, ошондай мажара уйлап сығарған икән. Шулай итеп, Зилә Ҡыш бабайға кәләш булырға йөрөй хәҙер.

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:М.СӘЙҒӘФӘРОВА
Читайте нас: