Шунан бындай ҡарарға килгән:
– Ишәк ҡартайғайны инде. Уға йәшәргә күп тә ҡалмағандыр. Барыбер яңы ишәк алам тип йөрөй инем. Ҡойо ла күптән кибеп бөткән тиерлек. Уны күмеп, икенсе урында яңыһын ҡаҙырға уйлағайным. Шулай булғас, ошоларҙы ниңә хәҙер эшләмәҫкә? Бер юлы ишәкте лә күмеп ҡуйырмын, һаҫыҡ еҫ сығарып ятмаҫ.
Ул тирә-яғындағы бөтә күршеләрен саҡырып, ҡойоно күмергә ярҙам итеүҙәрен һораған. Ишәк эштең ниҙә икәнен аңлап ҡалған да ҡот осҡос сыйылдай башлаған. Бер ваҡыт, бөтәһен дә аптыратып, тынып ҡалған. Тағы ла күпмелер ер ташлағас, фермер ни булғанын белергә тип аҫҡа ҡараған.
Күргәненән иҫе киткән. Кешеләрҙең өҫтән ырғытҡан ер киҫәктәрен ишәк арҡаһынан һелкеп төшөргән дә аяҡтары менән тапаған. Тиҙҙән, барыһын да ғәжәпкә ҡалдырып, ишәктең башы күренгән һәм ул ҡойонан һикереп сыҡҡан.
...Тормошта беҙгә лә күп тапҡыр яңынан-яңы бысраҡ өйәләр. Әммә өҫтөгөҙгә шундай тупраҡтар килеп төшкән һайын, иңегеҙҙән һелкеп төшөрә белегеҙ. Шул саҡта ғына һеҙ, ҡойолағы ишәк шикелле, өҫкә күтәрелә алырһығыҙ.
Һәр мөмкинлек – ул йылға аша сығыр өсөн күпер һымаҡ һалынған таш киҫәктәре. Шуларҙы файҙалана белергә кәрәк.
Бәхетле булыр өсөн биш ҡағиҙәне иҫтә тотоу мөһим:
Фото: stihi.ru
https://yanshishma.com/articles/t-rbi-m-kt-be-/2020-04-28/b-het-a-i-l-re-391389