Сөнки, риүәйәттәргә ҡарағанда, Ғайсаның тыуыуы «дөньяны яҡты аҡыл менән яҡтыртҡан», ә был ваҡиғаны хәбәр итеүсе булып, ошо төндә Вифлеем йондоҙлоғонда ғәҙәти булмаған яп-яҡты йондоҙ балҡып сыға. Шул көндән башлап, христиан доньяһы тарихында йыл иҫәбе яңынан һанала башлай. "Изге эштәрегеҙҙә һәм башланғыстарығыҙҙа Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе үҙенең ярҙамынан ташламаһын. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ", - ти христиан дине вәкилдәре.
Раштыуа байрамы ҡотло булһын! Был көн яҡындарыбыҙ менән аралашыу шатлығы, күңел йылыһы һәм яҡшы кәйеф бүләк итһен.