+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Ғинуар 2022, 13:00

Уңыштарға ирешеү өсөн юл күрһәтер

Бына Яңы йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Ул беҙгә нимә әҙерләй? Көнсығыш календары буйынса яңы 2022 йыл хеҙмәттәшлек, ижад, кардиналь үҙгәрештәр һәм рухи яҡтан үҫеш йылы, сағыу, динамикалы, ваҡиғаларға бай осор, яңы эштәргә тотоноу өсөн иң һәйбәт ваҡыт, тип күҙаллана.

Уңыштарға ирешеү өсөн юл күрһәтер
Уңыштарға ирешеү өсөн юл күрһәтер

Тотороҡлолоҡ көтмәгеҙ, ҡапыл үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Юлбарыҫ үҙ алдына ҡыйыу пландар ҡуйған, үҙенең хыялдарын тормошҡа ашырырға ашҡынған кешеләргә булышлыҡ итер. 

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Йондоҙҙар ҡуҙылар өсөн 2022 йыл мөһим һәм глобаль ваҡиғалар йылы була, тип вәғәҙәләй.  Күсенеү, туй, карьера баҫҡысы буйлап үҫеш, йә иһә бөтөнләй көтөлмәгән үҙгәреш. Күп кенә ҡуҙылар мөнәсәбәттәрен законлаштырыр. Йыл дауамында килем алыу юлдарын табырһығыҙ. Яҡшы һаулығығыҙ менән айырылып торорһоғоҙ, тик йыл аҙағында йәрәхәт алыу ихтималлығы юғары булыр.   
Буға (21.04-21.05)
Буғаларҙы һынылыш һәм иҫтә ҡала торған йыл көтә: көрсөк тә, ҡаҙаныштар ҙа булыр. Яңы һөнәр үҙләштерерһегеҙ. Мөхәббәт өлкәһендә лә бик күп һынауҙарға осрарһығыҙ. Ғинуарҙан алып майға тиклем аҡса бер кеҫәгеҙҙән инер, икенсеһенән сығып китер. Ҙур әйбер һатып алырға ҡарар итерһегеҙ. Нервыларығыҙҙың ҡаҡшауы, йоҡоһоҙлоҡ борсор.     
Игеҙәктәр (22.05-21.06)   
Игеҙәктәрҙең күптәре өсөн 2022 йыл яңы асыштар йылы булыр. Сәйәхәттәр ҡылыу, белем алыу, ижадҡа тотоноу - барыһы ла килеп сығыр. Матди хәлегеҙ һәйбәт булыр, фатир, автомобиль һатып алыуығыҙ ихтимал. Парлыларҙың мөхәббәте ныҡлыҡҡа һыналыр. Спорт, хәрәкәт менән дуҫлашһағыҙ, һаулығығыҙ борсомаҫ.   
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Юлбарыҫ йылы һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм ваҡиғаларға бай булыр. Быға тиклем эштә күрһәткән тырышлығығыҙ баһаланмай ҡалмаҫ, йә эш хаҡын күтәрерҙәр, йә карьера үҫеше тәҡдим итерҙәр. Йылдың тәүге яртыһында кредит алмау хәйерле, иҫәпләшеүе ауырға төшөр. Һөйгәнегеҙ менән һәр ваҡыт асыҡ булыу кәңәш ителә. Физик сәләмәтлегегеҙ, эске, күңел торошоғоҙға бәйле булыр.       
Арыҫлан (24.07-23.08)
Күңелегеҙ йыш ҡына ижадҡа ынтылыр. Тап шул ижади һәләттәрегеҙ карьера үҫешенә лә, шәхси тормошоғоҙҙа ла ҙур роль уйнар. Яңы эшкә саҡырырҙар  - һайлау алдында ҡалырһығыҙ. Аҡсаға артыҡ ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ, отпускағыҙҙа сәйәхәт юлланырһығыҙ. Яңғыҙҙар үҙ яртыһын осратыр, осрашып йөрәгәндәр никахҡа инер. Күберәк йәйәү йөрөгөҙ, һаулығығыҙҙы тикшертеп тороғоҙ.  
Ҡыҙ (24.08-23.09)
2022 йылда көткән бөтә өмөттәрегеҙ аҡланыр. Йылдың тәүге яртыһында күберәк ял итеп, көс йыйырһығыҙ, икенсе яртыһы әүҙем эшмәкәрлек, уңышлы башланғыстар осоро. Аҡса көтмәгән ерҙән килер. Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр айырылышыу хәленә барып етһә лә, ғаиләгеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ. Организмығыҙҙың проблемалы урындарын беләһегеҙ, дауаланып тороғоҙ. 
Үлсәү (24.09-23.10)
Йыш ҡына тиҙ ҡарарҙар ҡабул итергә тура килер, шул саҡ һеҙҙе уңыштар көтә. Эштәге һеҙҙең егәрлегегеҙ яҡшы баһаланыр. 2022 йылда килемегеҙҙе тотоноуға түгел, ә йыйыуға йүнәлтеү һәйбәтерәк. Ғаиләгеҙҙә һеҙ төп урынды алып торорһоғоҙ, яҡындарығыҙ менән үҙегеҙҙе бәхетле тойорһоғоҙ. Хроник сирҙәр үҙҙәрен яҙын белдерер. Йәйге яҡшы ял тәҡдим ителә.
Саян (24.10-22.11)
Йыл башы әллә ни уңыштар килтермәҫ, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, йыл урталарына барыһы ла һәйбәтләнер. Булған эшегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, ул һеҙгә тотороҡлолоҡ бирә. Аҡсаға мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ, әммә артыҡ килем дә алмаҫһығыҙ. 2022 йылда никахҡа ингән саяндарҙың ғаиләләре иң нығы булыр. Алама ғәҙәттәрҙән арынығыҙ, шул саҡ һаулыҡҡа зарланмаҫһығыҙ.  
Уҡсы (23.11-21.12)
Уҡсылар тормоштарын яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙең бер мөмкинлеген дә ысҡындырмаҫ. Етәкселек һәр ваҡыт һеҙҙән һөҙөмтә талап итер, уның ҡарауы, һеҙҙең тырышлыҡ яңы вазифа менән бүләкләнер. Аҡса менән бер ниндәй проблемалар кисермәҫһегеҙ, бигерәк тә көҙ килемле булыр. Парлыларҙың мөнәсәбәттәре бер ҡатмарлашыр, бер яҡшырыр. Һаулыҡта дөрөҫ туҡланыу һәм дөрөҫ режим өҫтөнлөклө булырға тейеш.    
Ылаҡ (22.12-20.01)
Йыл буталсыҡ башланыр, әммә йәйгә тиклем сабырлыҡ менән һәйбәт осорҙо көтөп алырһығыҙ. Эшкә һәләтлелегегеҙ юғары кимәлдә булыр, быға етәкселек тә иғтибар итмәй ҡалмаҫ. Килемдәрегеҙ артып торор, әммә сығымдарығыҙҙы контролдә тотоу хәйерле. Мөхәббәттә хыянатҡа юл ҡуймағыҙ, ысын ҡәҙерле кешегеҙҙе юғалтырһығыҙ. Йыл дауамында һалҡын тейеү сирҙәренән һаҡланығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Алдығыҙға маҡсаттар ҡуйып, уларҙы бойомға ашырыу өсөн ҡыйыу атлай алаһығыҙ. Эштә лә теләгәнегеҙгә ирешеү мөмкинлеге тыуыр. Көҙөн юғарыраҡ үрләүгә өмөт итә алаһығыҙ. Аҡса юҡ тип бошоноп ултырмаҫһығыҙ, килем алыу юлдарын табырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән мөхәббәт хистәрен һаҡлап ҡалыу өсөн, уға иғтибарҙы кәметмәгеҙ. Физик яҡтан үҙегеҙҙе бик яҡшы тойорһоғоҙ, күңел торошоғоҙҙо ғына тәртипкә килтерергә кәрәк булыр. 
Балыҡ (20.02-20.03)
Юлбарыҫ йыл буйына уңыштарға ирешеү өсөн юл күрһәтеп торор. Ғәҙәти эшегеҙ генә ҡәнәғәтлек бирмәҫ, яңы һөнәр үҙләштерерһегеҙ, йә яңы эшкә күсерһегеҙ. Матди именлек март айҙарына килер, йәйгә сығымдарығыҙ артыр. Яратҡан кешегеҙ һәр ваҡыт терәк булыр, әммә һеҙ ҙә яҡындарығыҙҙың таянысы булырға тырышығыҙ.  Буш ваҡыттарығыҙҙа яҡшы итеп ял итегеҙ, ул ваҡытта сирҙәр ҙә борсомаҫ.
 
Фото:  oir.mobi
 

https://salauat.ru/news/y-m-i-t/2022-01-02/2022-yyl-ni-yuray-2641992

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: