+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ғинуар 2022, 12:00

Һанлы медицина институты

Республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сираттағы яҙмаһы республикабыҙҙың билдәле уҡыу йорто — БДМУ-ға арналған. “Аҙ ғына ял иттек һәм тағы ла алға!

Һанлы медицина институты
Һанлы медицина институты

Беренсе эш көнөндә әлеге уҡыу йортонда Һанлы медицина институты астыҡ. Был медицинаны һанлаштырыу һәм заманлаштырыуға ҙур аҙым. Республикабыҙҙың иң алыҫ райондарында йәшәүселәргә дистанцион консультация һәм юғары квалификациялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге лә. Медицина университеты йылдан-йыл үҫешә, яҡшы белгестәр әҙерләй. «Приоритет-2030» программаһында ҡатнашып, уңышҡа иреште, халыҡ-ара рейтингтарҙа алдынғы позицияларҙы биләй. Танылған сит ил фәнни һәм мәғариф үҙәктәре менән берлектә ғилми проекттарҙы үҫтерә, яңы перспективалы белгестәр аса. Уҙған йыл БДМУ составына Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге инде. Быйыл Өфөнөң күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтын бөтә ресурс базаһы менән тапшырыу тамамланасаҡ. Бындай берләштереү һөҙөмтәһендә беҙ республикала ҡеүәтле офтальмология кластеры булдырасаҡбыҙ. Был халыҡ, төрлө тармаҡ, медицина фәнен һәм тәжрибәһен үҫтереү өсөн бик мөһим ваҡиға буласаҡ. Үҙебеҙгә килгәндә, медицина университенына ҙур башланғыстарында ярҙам күрһәтербеҙ. Һеҙгә барығыҙға ла тыныслыҡ һәм сәләмәтлек теләйем!”

Фото: ufacitynews.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: