Был станция Белореттан 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Поездың туҡтауын ауыл халҡы һораған. Яңы йыл каникулында, 2 – 9 ғинуарҙа, поезд туҡтаған һәм был башланғысты дауам итергә ҡарар иткәндәр.
Өфө – Яңы Абҙаҡ – Өфө маршруты буйынса поезд Башҡортостанда туризмды үҫтереү маҡсатында булдырылған. Уны “Урал легендаһы” тип йөрөтәләр. Пассажирҙарға Урал аръяғы райондарында урынлашҡан тау саңғыһы курорттарына барып ҡайтыу өсөн бик уңайлы. Йөйәк халҡы өсөн иһә Өфө һәм Белорет ҡалаларына барыу өсөн яйлы, сөнки был ауылға башҡаса йәмәғәт транспорты йөрөмәй.
Фото: gorobzor.ru
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-01-11/ural-legenda-y-y-y-kt-l-tu-tayasa-2650711