+10 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
14 Января 2022, 05:00

Салауат әйтеү сауаплы

Кешеләрҙе дингә, әҙәп-әхләҡҡа өндәү, изгелеккә саҡырыу һәм яуызлыҡтан тыйыу – Аллаһтың һөйөүенә ирешеүҙең мөһим бер шарты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Салауат әйтеү сауаплыСалауат әйтеү сауаплы
Салауат әйтеү сауаплы

Был йәһәттән ун иң яратҡан  бәндәһе – Мөхәммәт пәйғәмбәр. Беҙҙе хаҡ юлға күндерер өсөн Хоҙай Тәғәлә Үҙ рәсүлен ебәргән. Кем Пәйғәмбәребеҙгә (саллАллаһу ғаләйһи вә сәлләм) бер тапҡыр ғына булһа ла Аллаһтан ярҙам һорап доға әйтһә, ул кешегә Хоҙай бынан ун тапҡырға күберәк бәрәкәтен ебәрер, уның ун яман ғәмәле юйылыр һәм ул үҙенең дәрәжәләрендә ун баҫҡысҡа юғарыраҡҡа күтәрелер.

Биш минут эсендә Пәйғәмбәребеҙгә йөҙ тапҡыр салауат һәм сәләм һәм әйтергә мөмкин: "Аллааһүммә салли үә сәллим гала нәбиййикә Мөхәммәд". "Аллаһым, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә яҡшы теләк сәләмдәр булһын". Аллаһ рәсүле: "Кем миңә бер генә тапҡыр салауат әйтә, шуға Аллаһ ун тапҡыр салауат төшөрөр", – тигән (Мөслим һәм Әхмәттең хәҙис йыйынтыҡтарынан). Йәғни, Аллаһ ундай кешегә шәфҡәт күрһәтер һәм уның әжерен арттырыр. Тимәк, биш минут эсендә мөьмин мосолман уның бер мең салауатына ирешә ала.

Фото: islam.ru       

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас