-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ғинуар 2022, 16:05

Миҙгелдәр

Ғинуар — сатлама һыуыҡтар айы. Иң көслө һыуыҡтар беҙҙең республикала 1959, 1963, 1979 йылдарҙың ғинуарында күҙəтелгән. Иғтибарлап ҡараһаң, ҡаты һыуыҡтар һəр 10 йыл һайын ҡабатланып тора.

Миҙгелдәр
Миҙгелдәр

Əммə иң һыуығы 1969 йылға тура килгә, 30 градуслы һалҡындар теүəл 20 көн буйы хакимлыҡ иткән.

Халыҡ ғинуарға ҡарап йəйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар ҙа əйтеп ҡалдырған. Мəҫəлəн, 25 ғинуар ҡояшлы икəн — күсмə ҡоштарҙың көньяҡтан иртəрəк ҡайтыуҙарын көт. Ылыҫлы урмандарҙа шыршы турғайы оя ҡора. Улар үҙҙəренең балаларына шыршы, ҡарағай, аҡ шыршының орлоҡтарын ашата. Мышылар ғинуарҙа мөгөҙҙəрен ташлай. Тейендəр ҡарағай, шыршыларҙың өлгөргəн орлоҡтары менəн туҡлана башлай. Ғинуарҙа көн дә сəғəт ярымға оҙоная.

Е.Кучеров.

Фото интернет селтәренән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: