+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Ғинуар 2022, 11:00

Һөт кухняһы

Бәләкәс балаларға (өс йәшкә тиклемге балалар, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала имеҙеүсе әсәләрҙе бушлай һөт продукцияһы һәм ҡото ҡатнашмалар менән тәүмин итеү) бушлый туҡланыу алыу өсөн кәрәк булған документтар тупланмаһын мөмкин тиклем кәметеүсе үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.

Һөт кухняһы
Һөт кухняһы

- Әлегә тиклем ташламалар алыу өсөн бик күп кәрәкле ҡағыҙҙар йыйыуҙы иҫкә алып, беҙ был тәртипте мөмкин тиклем ябайлаштырырға тырышабыҙ, – тине Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры Алексей Гусев.

Аҙ килемле ғаиләләр һөт кухняһына йыйып биргән документтар исемлегенән ғаилә составы тураһындағы белешмә төшөрөп ҡалдырылды. Хәҙер ул бары тик опекаға бала алған, документтарҙы беренсегә генә тапшырыусы ата-әсәләр өсөн генә кәрәк буласаҡ. Шулай итеп, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, бала имеҙеүсе әсәләргә һәм аҙ килемле ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклем балаларҙың ата-әсәләренә бары тик паспорттың, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың һәм педиатрҙан алған белешмәнең күсермәһен генә бирергә, шулай уҡ ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ.

Фото: utv.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: