Тәүге мөхәррире – Ғайса Хөсәйенов. Уны үҫтереүҙә күп кенә танылған журналистар, яҙыусылар һәм публицистар ҡатнаша. Улар: Миңлеғәле Яҡупов, Рәшит Шәкүр, Рәүеф Насиров, Гүзәл Ситдиҡова, Сәлимйән Бәҙретдинов, Зөһрә Алтынбаева һәм башҡалар.
2000 – 2012 йылдарҙа журналдың баш мөхәррире булып Фәрит Әхмәҙиев тәғәйенләнә, ә Азамат Юлдашбаев 2012 – 2016 йылдарҙа был вазифаны биләй. 2017 йылдан алып филология фәндәре кандидаты, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева етәкләй.
Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Ватандаш” журналының донъя күрә башлауының 25 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, ғалимдар, журналистар, киң йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
“Ватандаш”тың тәжрибәле журналистары Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Конференцияның икенсе өлөшө Башҡортостандың милли матбуғатында традицион мәҙәниәтте һәм туған телде һаҡлау мәсьәләләре буйынса йөкмәткеле сығыштарға һәм йәнле фекер алышыуға ҡоролдо.
“Һәнәк” журналы исеменән ҡәләмдәштәребеҙҙе матур байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фото: pravitelstvorb.ru