-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2022, 16:05

«Буран» фильмы «Алтын тәлинкә»ле булды

Ҡазанда "Алтын тәлинкә" төбәк-ара премияһы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Милли кино өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн награда йәш авторҙарға эксперттарҙың йәшерен тауыш биреүе һәм тамашасылар рейтингы һөҙөмтәләре буйынса бер нисә номинация буйынса тапшырыла.

«Буран» фильмы «Алтын тәлинкә»ле булды
«Буран» фильмы «Алтын тәлинкә»ле булды

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың “Буран” фильмы иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы өсөн «Алтын тәлинкә» премияһына лайыҡ булды.  Фильмда автомобиль трассаһында күҙ асҡыһыҙ ҡаты буранда иҫән ҡалған хоккей йондоҙо Максим Ковалевтың тарихы бәйән ителә. Фильмдың слоганы — «Йондоҙло ауырыуын дауалап булмаймы?». Бүләк — 500 мең һум. Награданы Рәсәйҙең кино белгесе Кирилл Разлоговтың ҡыҙы, продюсер Анастасия Разлогова тапшырҙы. Айнур Асҡаров Свердловск киностудияһында төшөрөлгән фильмдың ижади төркөмөнә рәхмәт белдерҙе.

«Алтын тәлинкә» премияһының авторы һәм әйҙәүсеһе булып «Кино ваҡыты» кино проекттарына һәм фестивалдәр ойоштороуға булышлыҡ итеү дирекцияһы сығыш яһай. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Премияның маҡсаты — Рәсәй төбәктәрендә йәш таланттарҙы асыҡлау, уларҙы дәртләндереү һәм ғәмәлгә ашырылғандарына финанс ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ милли киноны танытыу, уның географияһын киңәйтеү, аудиторияны арттырыу.

Премияның бүләк фонды — 2,8 миллион һум. Аҡсалата приздар «Иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы», «Иң яҡшы тулы метражлы документаль фильм», «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы», «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы документаль фильм», «Иң яҡшы анимация фильмы», «Кадрҙар артынан кадрҙар», «Дебют», «Иң яҡшы work-in-progress проекты», «Тамашасылар һөйөүе» номинацияларында билдәләнде.

Фото: bashinform.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: