+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Февраль 2022, 16:00

“Туған тел” шиғыры төрлө телдә яңғырай

БЮТ телеканалы республика халыҡтары телдәрендә төшөрөлгән видеороликтар серияһын әҙерләй. Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышлана был проект.

“Туған тел” шиғыры төрлө телдә яңғырай
“Туған тел” шиғыры төрлө телдә яңғырай

– Тиҙҙән БЮТ каналында “Туған тел” шиғырын төрлө телдәрҙә яңғырауын ишетерһегеҙ. Өҫтәүенә, һәр милләт вәкиле үҙ милли кейемендә сығыш яһай. Тамашасылар шиғырҙы төрлө телдә ишетеп кенә ҡалмай, ә уларҙың матур милли кейемдәрен дә күрәсәк. Беҙҙең проект – халыҡтар дуҫлығы проекты, ул донъялағы барлыҡ телдәргә, әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә хөрмәт күрһәтеү. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһынан, Халыҡтар дуҫлығы йортонан, БДУ һәм БДПУ-нан дуҫтарыбыҙға, фекерҙәштәребеҙгә ярҙамдары һәм уртаҡ эшебеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, – ти уның етәксеһе Наил Юнысов.

Шиғырҙың тәржемәләре БЮТ каналының социаль селтәрҙәрендә ҡуйылған. Флешмобта ҡатнашырға теләүселәр акцияға ҡушыла ала. #МинеңРәми90#РоднойЯзык2022 хэштегтарын ҡуйырға тәҡдим ителә.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: