+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Февраль 2022, 14:00

Муса Гәрәевкә – һәйкәл

Кисә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын ойоштороу һәм үткәреү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

Муса Гәрәевкә – һәйкәл
Муса Гәрәевкә – һәйкәл

Муса Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә Илеш районы Иләкшиҙе ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында 76-сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры була. Батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме ала. Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар республика ДОССАФ-ына етәкселек итә.

Муса Гәрәевтең 100 йыллығына арналған саралар 8 июлдә Геройҙың тыуған яғы Илеш районында башланып, 9 июлдә Өфөлә дауам итәсәк. Эш планында Муса Гәрәев исемен мәңгеләштергән һәйкәлдәрҙе, мемориаль ҡоролмаларҙы, объекттарҙы төҙөкләндереү, Өфө дәүләт авиация техник университеты биләмәһендә “Миг-19” самолеты постаментын реконструкциялау ҡаралған. Шулай уҡ Дан бульварында һәм Муса Гәрев исемендәге скверҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ.

Дан бульварында Муса Гәрәевкә ҙур һәйкәл ҡуйыу тураһында тәҡдим дә булды. Радий Хәбиров уны хуплап ҡабул итте. Геройға һәйкәл Илеш районында ла ҡуйыласаҡ.

Фото: artrb.ru

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-02-24/geroy-a-yk-l-uyyla-2704437

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: